Все новости
Хаттар
7 Января 2020, 19:00

Матурлыҡҡа ғашиҡтар

Яңы йыл ғаилә байрамы. Бер кем дә битараф ҡалмай был байрамда.

Яңы йыл ғаилә байрамы. Бер кем дә битараф ҡалмай был байрамда. Хужабикәләр тәм-том әҙерләй, йәшәгән йорттарын ялт иттереп йыуып-йышып ҡуялар. Аллабирҙе ауылы халҡы йыл да дәррәү байрам ҡаршыларға әҙерләнә. Ауыл мәктәбе уҡыусылары класс- бүлмәләрен байрамса биҙәнеләр. Мәктәпкә килеп кергәс тә, Яңы йылға нисә көн ҡалды тигән плакаттағы көндәр һанын, 6-сы кластан Фидан көн һайын алыштырып торҙо. Мәктәп коридорын да байрамға тиклем биҙәп-матурланы йәш уҡытыусы Әлиә Филүз ҡыҙы, 7-се кластан Венера менән Элина уҡытыусыларына матурлыҡ тыуҙырыуға ихлас булышты. Коридорҙа зауыҡ менән биҙәлгән мәктәптең почта йәшниге тороуы ла байрам хаҡында иҫкәртеп дәртләндереп торҙо. Һәр уҡыусы, мәктәпкә килгән ҡайһы бер ата-әсәләр сәләм хаттары яҙып, почта йәшнигенә төшөрә торҙолар. Шыршы байрамы алдынан йола буйынса 6-сы кластар йүгереп йөрөп ҡотлау хаттарын адресаттарға тапшырҙы.
Ауыл халҡы Илһам Марат улы менән Гөлсара Шәрәфетдин ҡыҙы Баяновтарҙың йортоноң төрлө төҫтәрҙә балҡыған уттарға һоҡланды. Уттар урамға йәм биреп кис һайын балҡыны һәм әле һүнмәй улар. Байрам төҫө биреп, ауылдаштарының кәйефен күтәрә был йорт. Һәр кем ошо урамдан үтергә атлығып тора, матурлыҡҡа һоҡлана. Илаһи әкиәт донъяһы тыуҙырған Баяновтарға рәхмәтле аллабирҙеләр. Йәмле йәй көндәрендә ишек алды гөл-сәскәгә күмелә, олатай кеше ейәндәре өсөн уйын майҙансығы ла яһап ҡуйған. Матурлыҡ, гүзәллеккә ғашиҡ ғаилә буш ваҡытында йорт-тирәһен биҙәүгә бер ҙә йыбанмай. Гөлсара оҙон көн буйы баҡсаһында, ишек алдында эш менән мәшғүл. Улдары Сәлих менән Илнур ҙа буш ваҡыттарында әсәйҙәренә ярҙам итә. Ҡыҙҙары Гөлзада менән кейәүҙәре лә егәрле, бөтмөр ата- әсәнең әкиәт донъяһына улдары менән йыш ҡайта. Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тиҙәр. Гөлсара менән Илһам үҙҙәре тыуҙырған гүзәллектән көс-дәрт, илһам алып, матурлыҡтың тәмен тойоп донъя көтәләр, тирә-йүндәгеләргә лә йәм бирәләр, матурлыҡҡа әйҙәйҙәр. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән тигәндәй өс балаһын да Баяновтар һүҙ менән генә түгел эштәре, тормошҡа ҡараштары менән матурлыҡты күрергә, танырға, тыуҙырырға өйрәтә. Ә матурлыҡты тоя белеү - оло байлыҡ. Эйе, ояһында ни күрһә, осҡанда шуны ҡабатлай үҙ аллы тормошта балалар...
Сания КҮЗБАЕВА,
Ырымбур өлкәһе Төйлөгән
районы Аллабирҙе ауылы
мәктәбе директоры,
ветеран уҡытыусы
Читайте нас: