Все новости
Хаттар
8 Января 2020, 11:00

Яңы йылдан мөғжизәләр көтәһең...

Үткән йыл беҙҙең Яңы Мораптал мәктәбе өсөн бик уңышлы булды. Уҡыусыларыбыҙ тырышып уҡынылар, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яуланылар.

Үткән йыл беҙҙең Яңы Мораптал мәктәбе өсөн бик уңышлы булды. Уҡыусыларыбыҙ тырышып уҡынылар, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яуланылар. Һәр Яңы йыл алдынан үткән йылға йомғаҡ яһала. Беҙҙең мәктәптә лә үткән йылға йомғаҡ яһалды, бик активтар билдәләнде.
“100 бишле “ конкурсы еңеүселәре: Алһыу Таңатарова (4-се класс), Азамат Сарлыбаев (6-сы класс), Радмир Ҡәҙерғолов (6-сы класс), Ангелина Таңатарова (8-се класс), Илүзә Ғәлиева (9-сы класс ), Айнур Хәйретдинов (9-сы класс), Әлфирә Мугинова (10-сы класс). “Йыл уҡыусыһы” еңеүселәре: Динә Дауытова һәм Алина Кинжалеева (8-се класс уҡыусылары).
Быйылғы Яңы йыл кисәһе лә беҙҙең мәктәптә бик матур итеп үткәрелде. Уҡыусылар мәктәптең тамашасылар залын, бүлмәләрҙе биҙәнеләр, стена газетаһы сығарҙылар, видео-ҡотлауҙар әҙерләнеләр.
Урта һәм юғары класс уҡыусыларының байрам кисәһе 26 декабрь көндө уҙғарылды. Шыршы байрамына сысҡан һәм ҡыр сусҡаһы, Убырлы ҡарсыҡ менән Яуызбикә лә саҡырылғайны. Улар балаларҙы бейеттеләр, төрлө уйындар уйнаттылар, йомаҡтар систерҙеләр. Ҡарһылыу, Ҡыш бабай һәм Яңы йыл беҙгә матур теләктәр теләне, балаларҙың һәр береһенең һөнәрҙәрен ҡарап бүләктәрен таратты. Быйыл Зинира Заһитованың (7-се класс), Алина Юлдашеваның (10-сы класс), Айзилә Буранованың (10-сы класс), Ләйсән Сәйфуллинаның (11-се класс) йырлағаны бик оҡшаны. 7-се класс уҡыусыһы Луиза Буранованың һәм 10-сы класс уҡыусыһы Әлфизә Ғәлимованың бейеүҙәре бөтәһенә лә хуш килде, улар артистарҙы уҙҙырып ебәрҙе. 6-сы, 7-се, 9-сы класс уҡыусыларының бейеүҙәре лә бик матур булды. Ә 8-се класс уҡыусылары Мәскәү артистарынан да ҡалышмай кино төшөрҙөләр. Тырышҡан, әүҙем ҡатнашҡан һәр бер класҡа, тәмләп сәй эсергә берәр торт бирелде.
Ә 27 декабрь көндө башланғыс кластар өсөн байрам үткәрелде. Ата-әсәләр быйыл балаларына бик матур бүләк яһағандар. Уҡытыусылары ла тырышҡан. Ул көндө, әйтерһең, әкиәт иленә килеп кергәндәй булаһың... Бәләкәстәр ҙур-ҙур һабынлы шарҙарҙы ҡулға тоторға тырышты, дождиктар ямғырына ла ҡойондо. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға уҡыусылар үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтеп тәмлекәстәр алды. Һәр Яңы йылдан мөғжизә, бүләктәр көтәһең...Был Яңы йыл байрамы балаларҙың хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ!
Гөлзиә МӨЛӨКОВА,
Яңы Мораптал урта
мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Читайте нас: