Все новости
Хаттар
2 Февраля 2020, 19:50

Тәҡдир тартҡандыр инде...

Үле тупрағы һыуына ул, тиһәләр ҙә, тик бындай ҡыҙғаныс хәлдәр онотолмай шул.

Үле тупрағы һыуына ул, тиһәләр ҙә, тик бындай ҡыҙғаныс хәлдәр онотолмай шул.
1962-1965 йылда Свобода ауылынан Бүкәнбаев Илтутар тигән егет менән бергә Куйбышев ҡалаһында (хәҙерге Һамарҙа) бергә хеҙмәт иттек. Асыҡ йөҙлө, шат күңелле һәйбәт кеше ине ул. Сержант, танкист, рота командирының ярҙамсыһы булды. Беҙ хеҙмәт иткәндә кеше туҡмау, үлтереү тигән нәмә булманы, татыу булдыҡ (ә бына яңыраҡ Башҡортостандан ике һалдатты туҡмап үлтерҙеләр). Ошо фотоны ҡараған кеше беҙҙең нисек татыу булғанды һүҙһеҙ ҙә аңлар (уртала - Илтутар). Бында беҙ эш кейеме менән төшкәнбеҙ. Парад кейеме менән төшкән фотолар ҙа бар ул. Барын да гәзиткә ҡуйып булмай. Илтутарҙың фотоһы Почет таҡтаһынан төшмәне.
Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Илтутар тағы Куйбышевҡа китте, өйләнде. Шунан тағы нимәгәлер кире ҡайтып йөрөнө. Тәҡдир тартҡандыр инде, һыу кергәндә Свобода ауылы янындағы Бабайка быуаһында Мораптал совхозының алдынғы бер механизаторы менән батып үлеп ҡуйҙылар. Холодныйҙан ике егет тә батып үлделәр, спорт менән шөғөлләнгән кешеләр. Минең менән дә шундай хәл була яҙҙы. ДТ-54 менән ремонттан ҡайтып килгәндә Көйөргәҙе йылғаһы уртаһына еткәс, боҙ емерелеп төшөп китте. Декабрь аҙағы, 30 градус һыуыҡ. Муйындан һыуҙа ултырам. Кабинанан сығып боҙға баҫтым. Әлдә өйгә яҡын ине. Шул арала бөтөн кейем боҙға әйләнде. Ауырып яттым. Сәйфутдинов Ришат менән бергә эшләй инек. Бригадир Сәйфутдинов Мәҙәрик абый тракторҙы һыуҙан тартып сығарҙы. Ришат әле лә иҫән, Мәҙәрик абый был донъяла юҡ инде.
Телевизорҙы ҡарайым да, ысынлап та, әллә шундай зәхмәтле, ҡәһәрле ерҙәр буламы икән? Бындай хәлдәр тураһында Абдул ауылынан Мәрйәм апа күп яҙҙы. Юғиһә, әллә күпме тапҡырҙар учение ваҡытында һыу аша танкыларҙа сығып та тере ҡалған танкист, сержант, рота командиры ярҙамсыһы Илтутар Бүкәнбаев быуала батып үләр инеме?
Рәшит ХАНБӘКОВ
Холодный Ключ ауылы
Читайте нас: