«Кешене яҙмыш йөрөтә, ”- тип әйтергә ярата ине өләсәйем. Бала саҡта ишеткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен олоғая килә генә аңлайһыңдыр ул. Ысынлап та шулайҙыр, тип уйлап ҡуйҙым, күҙлек аша дәфтәр битенә текәлеп, уҡыусыларҙың яҙма эштәрен тикшереп ултырған коллегам янына килеп ингәс. Шаяртыу ҡатыш: “Ни хәлдәрҙәһең, әллә алтын бөртөктәрен эҙләйһең?”- тип көлөп һаулыҡ һораштым. Руша Солтанғолова бер аҙ эшенән бүленеп, рәхәтләнеп көлдө лә: “Эйе, утыҙ йылға яҡын бындай алтын бөртөктәрен йыйһам, бейек алтын тауы хасил булыр ине,”- тип яуапланы.
Яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр, коллегам уҡытыусы һөнәрен һайлаған, байтаҡ йылдарҙан һуң беҙҙе яңынан осраштырған, тап мин эшләп йөрөгән уҡыу йортона алып килгән, Рушаны минең тыуған яҡтарым – Көйөргәҙе районы килене иткән. Бөгөнгө көндә лә беҙ үҙ – ара аралашып, эш буйынса кәңәшләшеп, уртаҡ фекерҙәр менән янып йәшәйбеҙ.
Эйе, яҙмыш кешеләрҙе осраштыра, юлдарҙа тап килтерә. Күңелем менән үткәндәргә әйләнеп ҡайтам. Рушаның бер туған апаһы Рәйсә менән беҙ бергә уҡыныҡ. Рәйсә һигеҙенсе класты тамамлағас, мин уҡыған Маяҡ ҡасабаһындағы мәктәп-интернатҡа уҡырға килгәйне. Тыныс холоҡло, төҫкә матур, эшкә талымһыҙ Ейәнсура районы ҡыҙы менән танышып, бик тиҙ аралашып киттек. Йыраҡ райондан булған әхирәтемде аҙна һайын Түбәнге Мотал ауылына ҡунаҡҡа алып ҡайтам. Апайым да, ҡустыларым Рәшит менән Кинйәғәли ҙә дуҫтарын алып ҡайта. Өйҙә 11 бала булып китәбеҙ, атай – әсәйебеҙ ҙә беҙҙең балаларҙы эйәртеп алып ҡайтыуыбыҙға асыуланмай.
Ҡышҡы каникулдар еткәс, әхирәтем мине үҙҙәренә алып ҡайтырға булды. Бик оҙаҡ юлда ҡайтҡаныбыҙ хәтерҙә, Ырымбурға тиклем автобус менән, һуңынан Ҡыуандыҡ тигән ҡалаға поезда, ә поездан төшкәс, әхирәтемдең атаһы килеп ҡаршы алғайны. Ейәнсура районының Яныбай ауылы тәбиғәте бик матур икән. Ауыл ағастар үҫкән бейек тауҙар ҡосағына һыйынып ҡына ултырған. Рәйсәнең ата – әсәһе мине ҡыуанып ҡаршыланы, матур итеп ҡунаҡ иттеләр. Иң ҡыҙығы шул: әхирәтемдең ғаиләһендә береһенән береһе матур, тиктормаҫ дүрт ҡыҙҙың йүгереп йөрөп мал ҡарауҙары, ҡырҡҡа яҡын кәзәгә һыу ташыуҙары, ярыша-ярыша шәл бәйләүҙәре. Был һылыуҡайҙар: Руша, Гөлфа, Рәфиә, Гөлфиә ине. Бына ҡайҙа һәм ҡасан таныштым мин үҙемдең мәҡәлә геройы менән, иҫ киткес мауыҡтырғыс хәтирә.
Руша бик ҡыҙыҡһыныусан бала булып хәтерҙә ҡалған, минең бик оҫта һүрәт төшөрөүемде белеп алғас, ул минең арттан бер тотам да ҡалмай: «Әлфиә апай, тегеләр күрмәгәндә генә миңә катокта шыуып йөрөгән ҡыҙҙы, боланды ғына төшөрөп бир инде, - тип үтенә. Ә кисен әкиәт һөйләүемде һорайҙар.
10-сы класты тамамлағас, Рәйсә менән юлдар айырылды, әхирәтем Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһына медицина училищеһына, ә мин Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға индем.
Яҙмыш елдәре Руша Рафиҡ ҡыҙы менән беҙҙе 2006 йылда яңынан осраштырҙы. Көйөргәҙе районының Яңы Муса ауылында мәктәп ябылыу сәбәпле, Руша Рафиҡ ҡыҙы 3- сө Башҡорт Республика гимназия–интернатына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә инде. Коллегам үҙ эшенә бирелгән, һәр уҡыусы өсөн өҙөлөп торған, коллегаларына ярҙам итергә әҙер, ижади эшләргә яратҡан уҡытыусы. Иҫ киткес хисле коллегам шиғырҙар, хикәйәләр яҙа, ҡобайырҙар ижад итә. Гимназиябыҙҙа үткән саралар үҙәгендә ҡайнап йәшәй ул. Һәр йыл һайын Күмертау ҡалаһында, Көйөргәҙе районында үткән «Һылыуҡай”,”Күмертау батыры” конкурстарына уҡыусыларға визиткалар яҙырға ярҙам итә, Республика, Рәсәй кимәлендәге ижади конкурстарға уҡыусыларҙы әҙерләй, сценарийҙар яҙа, яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәрә.
Руша Рафиҡ ҡыҙының тыуған яғына ғына түгел, Көйөргәҙе районы тәбиғәтенә, уңған кешеләренә арнап яҙылған шиғырҙары ла күп. Беҙҙең тыуған яҡты үҙ итте Ейәнсура ҡыҙы. Халҡыбыҙҙың туй йолаларында ла бит ҡыҙҙарға: ”Килен булып төшкән ереңә таш булып бат” тиҙәр. Эйе, беҙҙең Көйөргәҙе ере Руша Рафиҡ ҡыҙына уңдырышлы тупраҡ булды. Ошонда тормош иптәше менән ике ул үҫтерҙеләр, икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Тормош иптәше лә тыуған өйө-атай йорто нигеҙен ҡоротмай, уны яңыртып, Ермолаево ҡасабаһында бына тигән өй төҙөп ултыртты. Бер йәйҙә эшләп бөтөп йәшәй ҙә башланылар. Минең әйтә торған фекерем “Килен” тигән шиғырында әйтеп бирелгән дә инде.
...Килен килмешәк түгел.
Бер ҙә юҡҡа ҡайһы саҡта
Бошоноп ҡуя күңел.
Ситен итеп һанамағыҙ,
Яҙмыш шулай ҡушҡандыр.
Ҡыҙ балаҡай йәнтөйәктән
Осар ҡоштай осҡандыр.
Көйөргәҙем, яҡын күрсе,
Мин килен һиндә, килен.
Гүзәллегең арттырырлыҡ
Изге нур булып килдем.
Эйе, районыбыҙға яҡты нур булып килде ул. Солтанғолова Руша Рафиҡ ҡыҙы эшендә лә ҙур уңыштарға өлгәште. “ Башҡорт теле һәм әҙәбиәте - 2008” йыл уҡытыусыһы конкурсында ҡатнашып, “Уҡытыусы – ижадсы” номинацияһында еңеүсе булды. Ул - Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы. Тырыш хеҙмәте Башҡортостан Хөкүмәтенең Маҡтау хаты, Мәғариф министрлығының, Күмертау ҡалаһы мәғариф бүлеге һәм Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайының маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде, Республика,Рәсәй кимәлендә үткән ижади конкурстарҙың дипломдарына лайыҡ булды. Ошо көндәрҙә Руша Рафиҡ ҡыҙы үҙенең юбилейын билдәләй, шул уңайҙан изге күңелле коллегамды ҡайнар ҡотлайым, еңел булмаған, тынғыһыҙ эшендә тик уңыштарға ирешеүен теләйем.