Все новости
Хаттар
7 Февраля 2020, 11:41

“Мин дә Ғәниевтың ҡыҙы...”

Беҙҙең районда сыуаш ауылдары күп. Беҙ улар менән аралашып йәшәйбеҙ. Уларҙың бөтәһе лә башҡортса һөйләшә, беҙҙең ауыл кешеләренең күбеһе сыуаш телен белә.

Беҙҙең районда сыуаш ауылдары күп. Беҙ улар менән аралашып йәшәйбеҙ. Уларҙың бөтәһе лә башҡортса һөйләшә, беҙҙең ауыл кешеләренең күбеһе сыуаш телен белә.
Салауат педучилищеһында уҡып йөрөгән сағым ине. Бәләкәй мин барыбер. Мәктәпкә иртә бирҙеләр ҙә, 14 йәштән ауылдан сығып киттем.
Әлеге аҙаплы, беҙҙең районда бик оҙаҡ ваҡыттар юл булманы. Бысраҡ ваҡыт. Көҙ. Ауылға ҡайтып барам. Йәйәүләп. Уңғар ауылы тирәһен үткәс, йөк машинаһы килеп туҡтаны. Кузовҡа менеп баҫтым. Ҡалай шәп булды! Машина кузовы тулы сыуаш бисәләре. Йырлашып беҙҙең яҡҡа китеп баралар. Колхоз бер булғас, эштәре барҙыр инде беҙҙең ауылда.
- Кам хыры әзе? - тип һорай ҡуйҙы ҡатындарҙың береһе. “Һин кем ҡыҙы?” йәнәһе.
- Ганевын хыры...
- Кам, кам? Каниев Аматшарифын хыры дәт ни? –(Кем, кем? Ғәниев Әхмәтшәриф ҡыҙы, тиһеңме?) Сыуаштар “г” өнөн гел ”к” тип әйтеүсән.
- Ганевын...
- Выл манын да атти...
Бәрәкәт, бер ҡатын “ул минең дә атайым”, ти ҙә баһа ул! Мин өндәшмәҫ булдым. Ҡатын-ҡыҙ көлөшөп ҡуйҙы. Минең кәйеф төштө. Донъяла ундай хәлдәр булыу ихтималлығын аңлар йәштә бит инде мин.
Ауылға еткәс, мине төшөрөп ҡалдырҙылар ҙа, машина ферма яғына боролдо.
- Атайға сәләм әйт! – тине әлеге “әрһеҙ” сыуаш ҡатыны.
Ҡайтыуыма өйҙә ҡыуаныштылар. Мин дә, өйҙәгеләр ҙә һағынышҡанбыҙ.
- Нимә менән ҡайттың?
- Керәүле машинаһы менән...
- Ҡалай шәп булған! - тип шатлана атайым. – Силос ташыйҙар ине шикелле.
- Унда, Керәүлелә һинең ҡыҙың да бар икән. - Атай менән беҙ ғәҙәттә тиҫкәре һөйләшмәйбеҙ. Атай ярайһы уҫал беҙҙең. Шулай ҙа минең дә асыу ҡаты. Ғәрләндерҙе лә баһа теге сыуаш ҡатыны. Атайым йәнә шатланып китте.
- Марияла бар инеме араларында? – Рәхәтләнеп көлөп ебәрә бит әле, етмәһә. – Ғәниев минең дә атайым ул, тиме?
- Шулай ти шул...
- Их, харап шәп кеше ине уның үҙенең атаһы. - Атайым моңһоуланып китә. – Фронтта осраштыҡ. Мин сибиряктар дивизияһында инем. Рокосовский дивизияһында. Старшина инем. Уларҙың полкы Сталинградҡа инер алдынан беҙгә яҡын туҡтағайны. Өс көнлөк ял биргәйнеләр. Марияның атаһы Башҡорт дивизияһында һуғыша икән. Ҡурай тауышын ишетеп, уларҙы эҙләп киттем. “Канеев!” тигәнгә боролоп ҡараһам, Ананий! Керәүленеке... Оҙаҡ һөйләшә алманыҡ шул. Беҙҙе дислокация урынына тиклем оҙатып килде. Бер фләжке спирт, арыу ғына итек биреп ебәрҙем мин уға. Тере ҡалып, ҡайтырға яҙһа, мин ҡайта алмаһам, минең ҡыҙымды йәтим итмә, ҡараш тигәйне. Ҡайта алманы. Мария үҙе лә харап егәрле булып үҫте ул. Юҡлыҡ заманы бит, әллә ни ярҙамым теймәне, өйөн күтәрештем. Керәүлегә юл төшкәндә, һуғылып хәлен белешеп китәм.
Кәйефе күтәрелде атайымдың. ”Керәүлелә осраған һайын атай, тип торған була ул мине, - тип Мария ҡыҙын ҡат-ҡат иҫенә төшөрҙө.
Хәтеремдә, 8 март байрамдарының береһендә атайым Мария ҡыҙына бер күлдәклек ситса бүләк итте. Юҡлыҡ заманы бит, юҡлыҡ! Үҙ бүләгенә үҙе ҡыуанып ҡайтып килде.
... Эйе, минең атайым гвардия старшинаһы Әхмәтшәриф Ағзам улы Ғәниев, вербовка менән Иркутск-Хабаровск тимер юлын төҙөргә сығып киткән еренән һуғышҡа себерҙекеләр менән бергә алына. Иркутскиҙа артеллеристар мәктәбен тамамлай. Фронтта батарея командиры була. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа, бер аҙ төшөрөп алһа, үҙен “комбат” тип атар ине. Командир батареи. Был “комбат” ҡушаматы миңә лә, мырҙаларыма ла, хатта хәҙер атайымдың ейәндәренә лә йәбеште. Комбат ғүмерен бик мәртәбәле йәшәп, 87 йәшкә етеп, ауылыбыҙҙың һуңғы һуғыш ветераны булып донъя ҡуйҙы. Тыл ветераны әнейем Әминә Аллабирҙе ҡыҙы менән һуғыштан һуң, олоғайып ҡына ғаилә ҡороп, дүрт балаға ғүмер биреп, ишек алдында ике өй, мунса, һарай, машина, кәртә тулы мал ҡалдырып үлеп киттеләр. Нигеҙебеҙҙә ейәне Фәнүр йәшәй. Ике ул үҫтерә. Мин унан бик ризамын.
Беҙҙең Кинйәбай ауылының һуғыш ветерандарын хәтерләйем. Мин үҫкәндә улар күп балалы ғаиләләрҙең башлығы ине. Хөрмәтулла Сәғитов, Әҙеһәм Ғәббәсов, Талип Ғәббәсов, Ғәбделәхәт Алсынбаев, Афзал Хисамов, Әхмәтшәриф Шәрипов, Ғәлимйән Хисамов, Сабир Ғөбәйҙуллин, Хәмит Ғафаров, Хәйбулла бабай, Әбдрәшит Хәлитов ағайҙар “Путь к коммунизму” колхозының төрлө эштәрендә эшләп, бер ниндәй льгота-фәләнгә дәғүә итмәй йәшәп үттеләр. Был тотош донъяны тетрәндергән ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан тыш яуҙа башын һалған ауылдаштарым да етерлек.
ХХ быуаттың иң фажиғәле йылдары булған һуғыш тотош илдең һәр ғаиләһенә ҡағылған кеүек, матур тәбиғәтле, төпкөлдә генә ултырһа ла ил яҙмышы менән ғүмер иткән ауылым Кинйәбайҙың да тарихында ҡанлы хәрефтәр менән яҙылып ҡуйған.
Тамара ҒӘНИЕВА
Читайте нас: