Все новости
Хаттар
15 Февраля 2020, 17:20

«Был әбейгә һәйкәл ҡуйыр инем»

Абдул ауылында тыуып-үҫкән, ғүмеренең һуңғы йылдарында ла ошонда ғүмер иткән апайым — Мәрйәм Минғәз ҡыҙы Вәлитованың яҡты донъя менән хушлашыуына 14 февралдә 40 көн тула, ә 15 февралдә яҡын кешемә 85 йәш тулған булыр ине.

Абдул ауылында тыуып-үҫкән, ғүмеренең һуңғы йылдарында ла ошонда ғүмер иткән апайым — Мәрйәм Минғәз ҡыҙы Вәлитованың яҡты донъя менән хушлашыуына 14 февралдә 40 көн тула, ә 15 февралдә яҡын кешемә 85 йәш тулған булыр ине.
Минең апайым үҙенең тормош юлын бик матур үткәрҙе. Ул һәр ваҡыт туған йәнле, үткер һүҙле, бар эштә лә әүҙем, уңған, дәртле булды. Үҙе шиғырҙар ҙа ижад итте, бик моңло итеп йырлай ҙа ине. Ауылда, районда, ҡалала үткән бар сараларҙың да уртаһында ғына йөрөр ине. Был турала апайымдың бихисап грамоталары, Рәхмәт хаттары ла һөйләй. Йәш сағында бер аҙ Үзбәкстанда йәшәп, донъя күреп ҡайтты ул. Ғүмере буйы тиерлек Күмертау вертолет заводында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, улар тормош иптәше Йәүҙәт Ғәйнетдин улы Вәлитов менән кире тыуған яҡтарына — Абдулға ҡайтып төпләнделәр. Гөрләтеп тормош көтөргә лә, йырлап-бейергә лә, барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашырға ла, бер бөртөк улы Йәүҙәткә һәм уның ғаиләһенә ҙур ярҙам күрһәтергә лә өлгөрә ине ҡәҙерлем.
Бер йылы районыбыҙға республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов килгәйне. Ул апайымды эй оҡшатты инде, ҡосаҡлап уҡ алды, хатта.
Район хакимиәтенең элекке башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов ярҙамында апайым үҙенең шиғырҙарын туплап китап сығарҙы. «Был әбейгә һәйкәл ҡуйыр инем», - ти торғайны уның тураһында Әхәт Йәүҙәт улы. Һөйөклө апайымдың тағы ла әллә күпме шиғырҙары бар ине лә бит, әммә китап итеп баҫтырабыҙ, тип Күмертау яҙыусылар ойошмаһы алып китте лә, кире ҡайтарманы. Шуныһы бигерәк ҡыҙғаныс.
Мәрхүм апайымдың ауыр тупраҡтары еңел, урыны ожмахта, йәне йәннәттә, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын. Ҡәҙерлемдең яҡты иҫтәлеген изге һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Миңнинур СӘЙФЕТДИНОВА
Абдул ауылы

Тормош көтөү ауыр, тимә
Мәрйәм ВӘЛИТОВА
Яңы йылға ҡаршы барабыҙ ҙа
Ап-аҡ ҡарҙа һуғым һуябыҙ.
Келәткә керһәң, аптырап ҡуябыҙ:
Ҡышлыҡ ашарға бер башмаҡты элеп ҡуябыҙ.
Тормош ауыр тиһегеҙ, эй туғандар,
Өс-дүрт һыйыр һауырға ауырмы?
Өҫтәл тулы, һөт-ҡаймаҡ -
Әллә шуны ашау ҙа ауырмы?
Он бөттө ниһә ете-һигеҙ ҡапсыҡ бойҙай тултырып,
Тракторға йүгереп менеп ултырып,
Тирмән тартыу ҙа әллә ауырмы?
Ап-аҡ ондан күмәс һалып, мейес тултырып,
Йылы күмәс менән сәй эсеү ҙә ауырмы?
Бындай тәмле, татлы ризыҡтарҙы
Әнейҙәребеҙ, үҙебеҙ ҙә күрмәнек элек,
Шуға күрә, эй туғандар, был тормоштоң
Ҡәҙерен генә беләйек, ҡәҙерен беләйек.
Тормош ауыр, тимәгеҙ, эй туғандар,
Был тормош бит йәннәткә тиңдәш.
Илебеҙ тыныс, Аллаға шөкөр,
Йәшәйек, туғандар, татыу ғына
Минән һеҙгә шул кәңәш.
Читайте нас: