Мин - Лида Сәлмән ҡыҙы Ғөбәйҙуллина. Әсәйем Хәйриә Хөсәйенова тураһында яҙам. Атаһы Хөсәйенов Абдулла Зөлфәҡәр улы, әсәһе Хөсәйенова Хафиза Шәһисолтан ҡыҙы, улар Көйөргәҙе районы 1-се Кинйә ауылы - Туғай Кинйәһенән.
Атаһы – олатайым ике һуғышта ҡатнашып, иҫән-һау ҡайта. Әсәйем 1921 йылда 1-се Кинйә ауылында тыуған, шунда йәшәгән. 1939 йылдың октябрендә 2-се Кинйә ауылы егете Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улына кейәүгә сыға. Отпускыға ҡайтҡан ваҡытта өйләнеп, әсәйем Үзбәк ССР-ының Карши шәһәрендә юл мастеры булып эшләгән була. 1941 йылдың октябрь айында ҡыҙҙары тыуа. Лида тип исем ҡушалар. Шул йылда Карши шәһәренән ҡайталар.
Бәхетһеҙлеккә ҡаршы 1941 йыл һуғыш башлана. Атайға повестка килә. Әсәйем өс айлыҡ ҡыҙын күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡлап, хәләл ефетен һуғышҡа оҙата. Атайым 1942 йылда әсәйемде үҙе янына Алкиноға саҡырып хат яҙа, ә ул бәләкәй бала менән бер нисек тә бара алмай. Ҡыҙҙарына 9 ай тулғас, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, мәрхүм була.
Аҙаҡ әсәйем Көйөргәҙенең тол ҡатындары менән вербовкаға эшкә ебәрелә. Йыйылма пункты Стәрлетамаҡ ҡалаһында була. Әсәйем дә шунда китә. Уның тормош иптәше генә түгел, ә бер туған энеһе Ғәрифулла менән атаһы Абдулла ла һуышҡа китә. Әсәһе Хафиза бәләкәй ҡыҙы Фәриҙә апайым менән донъя көтөп ҡалалар. Ҡыш көнө 2-3 ғаилә бергә ҡышлайҙар. Тиҙәк һуғалар, ҡоро тиҙәкте тау башынан, мал туплаған ерҙән йыялар, шулай итеп донъя көтәләр. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып бөткәс, товарный вагонға ултырып китәләр, үҙҙәре менән 1 тоҡ сухари, юрған, мендәр алалар. Тәүҙә ҡайҙа барғандарын да белмәйҙәр. Көндөҙ товарный вагон ҡайҙа туҡтай шунда ултыра, төндә генә йөрөй. 1942 йылдың декабрь башында поездға ултыралар ҙа, 1943 йылдың ғинур айында 1 ай тигәндә иҫән-һау барып төшәләр. “Туҡтаған ерҙәрҙә халыҡ гөжләп тора, ауыл балаларына шул хәтле ҡыйын ине, ярай әле мин һаман Үзбәк Карши шәһәрендә йәшәп ҡайтҡас, еңелерәк булды. Бер-беребеҙҙе йыуатабыҙ, матур һүҙҙәр әйтәбеҙ. Йә йырлап та алабыҙ. Мәскәү шәһәренең Орехово-Зуевоһында төшкәс мунсаға алып барҙылар. Бер-беребеҙ менән дуҫ йәшәнек. Эшкә барғанда вагончиктарға ултырып барабыҙ, торфты көрәк менән вагончиктарға тейәйбеҙ. Эшкә барғанда йә илайбыҙ, йә йырлайбыҙ, йә күҙҙе йомоп тынысланып барабыҙ. Барып төшкәс, беҙгә 500 һум бирһәгеҙ һеҙҙе Мәскәүҙең үҙенә алып барабыҙ, тинеләр”, - тип һөйләй торғайны әсәйем. Уның исеме Хәйриә, исеменә есеме тура килә. Мин бер ергә лә бармайым, ошонда эшкә килгәнмен икән, ошонда ҡалам тигән. Шунан бергә барған иптәштәре лә кире уйлап, Хәйриә бармағас беҙ ҙә бармайбыҙ, тип шунда ҡалғандар. Һуңынан әсәйем китмәгәненә ныҡ ҡыуанған. “Аҙнаһына 1 буханка һәм паек бирәләр. Йәш ваҡыт булғас матур яулыҡ та ябынғыбыҙ килгәндер инде. Мәскәү баҙарына барһаҡ, мордвиннар килделәр, тип ҡаршы алалар. Йәй булһа Орехово-Зуево урманында үләндәр ашап тамаҡ туйҙырҙыҡ. Көнөнә ике ашайбыҙ. Иртә, кис. Орехово-Зуевола барактарҙа йәшәнек. Көн һайын икешәр бомба төшә. Төндә ут яндырмайбыҙ. Иртән торһаҡ ҡыуанабыҙ, әлдә беҙгә төшмәгән тип”, - тип йыш һөйләне әсәйебеҙ. Уның менән бергә Кинйә ауылынан Хәлилова Фәриҙә, Хөсәйенова-Биктимерова Хәйриә Абдулла ҡыҙы, Абдул ауылынан Бикҡолова Фәрхиямал, Яҡшыбаева Зиннәткамал, Хәлитова Фәрхиямал, Таймаҫ ауылынан Ғәзимә апа булғандар.
1944 йылда атайым һуғыштан герой булып ҡайтҡас, әсәйемде Орехово-Зуевонан телеграмма ебәреп ҡайтартып ала. Әнәйемә бүләк итеп матур күлдәк һәм 2 көмөш беләҙек алып ҡайта. Әлеге фотоһүрәттә әсәйем шул күлдәкте кейеп төшкән. Был күлдәк мөхәббәтле булды, уны кейеп кемдәр генә кейәүгә сыҡманы, тип һөйләне ул. Әсәйемдең мәрхүм булыуына хәҙер 12 йыл инде. Мин уларҙың һуғыштан ҡайтҡас тыуған ҡыҙҙарымын. Үҙем Абдул ауылына 1967 йылдың 3 июлендә эшкә килгәйнем, китапханала 31 йыл эшләнем. Хәләл ефетем Ғариф менән 4 ҡыҙ 1 малай тәрбиәләп үҫтерҙек, миңә 1988 йылда “Әсәлек миҙалы”н да тапшырҙылар. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ иҫән-һау йәшәйҙәр, балалар үҫтерәләр, ял һайын ҡайтып йөрөйҙәр.