Все новости
Хаттар
21 Февраля 2020, 12:22

Привет из Афганистана!

Һаумы Нафиҡ дуҫ, һиңә Афғандан сәләм хат яҙа Урал менән Илдар.

Һаумы Нафиҡ дуҫ, һиңә Афғандан сәләм хат яҙа Урал менән Илдар. Сәләм шулай уҡ Әхмәткә, Венераға Зөлфиәгә һәм башҡа иптәштәреңә. Сәләм ҡыҫҡаса тамам.
Беҙҙең хәлдәргә килгәндә пока иҫән-һау йәшәп и служить итеп йөрөйбөҙ. Службала әллә ни үҙгәрештәр юҡ тигәндә лә була, бөтәһе лә элеккесә тигәндә лә була. Урал инде рейста йөрөй, ә мин ботальонда бот күтәреп тик ятам. Мин 6 ай буйына командировкала булып килдем. УАЗик машинаһында эшләнем, шунан бында килгәс, Зил-130 машинаһы биргәйнеләр шуны ремонтлаған булып ял итәм, әҙерәк көрәйеп һимереп алыр кәрәк. Атыу КЭЧ-та т.е. теге частә бер ҙә ял юҡ ине, почти көнө-төнө йөрөй торғайным. Бында почти 2 ай ремонтлайым, ДМБ-дәр ҡайтып киткәс барыбер икенсе машина бирәләр ул. Нафиҡ, миңә хат яҙыр булһаң адрес шул уҡ 93978=Е=. Ярай үҙем турала етеп торор, хәҙер Урал дауам итһен, атыу тәмәке тартып балдеть итеп ултыра. Мә, Урал, яҙ.
Ярай, яҙып ебәрәйем әле. Әбиткә тиклем мин рейстан ҡайтып төштөм. Хәҙер мунсаға барырға кәрәк. Погода яғына килгәндә, көндәр йылы, ә Пули-Хумри тигән ерҙә эҫе йәй көнө кеүек, мин унда ваҡытта плавкийҙа ғына футбол уйнаным. Әле ямғыр һибәләп тора, тымған да уже.
Бына ГСМ-да хат яҙып ултырам машина эсендә. Был рейста тегеләр менән атышып алдыҡ. Беләһең бит инде кемдәр менән икәнде.
Бөгөн кино буламы икән, булһа яҡшы булыр ине. Шулайтып бер йылды үткәреп ебәрҙек, тағы иҫән-һау 2-се йылын үткәргәндә инде. Шулайтып служить итеп йөрөгән эш инде. Афғанстанда служить итеүе рәхәт. Бында төрлө техникаларҙы күрәһең, истребителдәрҙең дә төрлөләре бар. Нафиҡ үҙеңдең уҡыуҙар нисек бара? Әҙ-мәҙ ҡаҡҡылап алаһығыҙмы, ҡала ҡыҙҙарын ҡыҫҡан булаһыңмы һуң? Ниндәй кинолар була? Ярар минең башҡа яҙыр һүҙ ҙә юҡ һымаҡ, мә Илдар һин яҙ. Минең һүҙ бар тейме икән. Ярай үҙең күп итеп яҙ. Хат көтәбеҙ. Фотоңды һал. Хуш.
Сәләм менән Илдар, Урал.
09.04.1983 йыл. Кис.
Читайте нас: