Все новости
Хаттар
21 Февраля 2020, 12:07

Уң булыр

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына эләгер өсөн һәр ауыл советтары тырыша. Күптән түгел, Илкәнәй ауылында ла, был программаға тәҡдим ителгән проект буйынса эштәр нисек барыу тураһында ултырыш үтте.

- ППМИ – 2020-лә трактор алырға тип кәңәшләштек. Уның хаҡы 1 млн 450 мең һум. Бының өсөн халыҡтан 150 мең һум йыйырға кәрәк буласаҡ, 150 мең һум самаһы аҡсаны табырға спонсорҙар ярҙам итергә тейеш булһа, йәнә шул тиклем аҡсаны табыуҙы урындағы хакимиәт үҙ иңенә алды. Спонсорҙарыбыҙ ярҙам күрһәтте лә инде: фермерҙарыбыҙ Илшат Мәзитов 100 мең һәм Юрий Ермаков 50 мең һум аҡса бирҙе. Хәҙер халыҡтан йыйырға ҡалды. Беҙҙең ауыл советы йыл да ППМИ-ла әүҙем ҡатнашып килә, быйыл да эштәребеҙ уң килеп сығыр тип өмөтләнәбеҙ, - ти эштәр идарасыһы Зөлфиә Араптанова.
Ойоштороу төркөмө
Читайте нас: