Все новости
Хаттар
6 Мая 2020, 14:00

Сәрбиямал ҡарсыҡ күкәй һата!

Сәрбиямал ҡарсыҡ ошо йәшенә етеп, баҙарҙы ҡыҙырып йөрөү түгел, баҙар ҡапҡаһының ҡайһы яҡҡа асылғанын да күргәне булманы. Ә баҙарҙа нимәлер һатып тороу уның төшөнә лә инмәне…

(Юмореска)
Сәрбиямал ҡарсыҡ ошо йәшенә етеп, баҙарҙы ҡыҙырып йөрөү түгел, баҙар ҡапҡаһының ҡайһы яҡҡа асылғанын да күргәне булманы. Ә баҙарҙа нимәлер һатып тороу уның төшөнә лә инмәне…
Бер көндө, күршеһе Бибисара менән ҡапҡа төбөндә һөйләшеп торғайнылар, шунда Сәрбиямал:
- Эй, тауыҡтарым өҙлөкһөҙ һалалар, йомортҡам күбәйеп китте. Һыуытҡысымдың аҫҡы ҡумтаһы тулды, кәштәләренә ҡатырға ҡумталар ҡуйҙым да шунда тултыра башланым, йә балалар һирәк ҡайталар, уларға биреп ебәрә торғайным, - тип һүҙ ыңғайы ысҡындырғайны. Күршеһе Бибисара:
- Әйҙә минең менән баҙарға, унда йомортҡа шәп үтә, ярты сәғәттә һатып та бөтөрәһең, - тип үҙе менән ҡала баҙарына барырға әйҙәне. Сәрбиямал ҡарсыҡ:
- Кит, ғүмерҙә ҡыланмағанымды, йә берәр таныш осорар, ғәрлеге ни тора, юҡ - юҡ йөрөмәйем, - тип ҡырт киҫте. Бибисара:
- Һине, ҡала баҙарында, чуртым да танымаҫ. Әллә һинең кеүек әбейүшкәләр аҙ һатыу итәләрме баҙарҙа. Ана, урыҫ әбейҙәрен ҡара, көнө-төнө баҙар юлын тапайҙар, һинең ише генә түгел, һикһәнде үтеп, туҡһанға етеп килгәндәре, ойоҡ-бейәләй һатып ултыра. Беҙҙең башҡорт ғүмер баҡый шул инде, Алланан ҡурҡ, тегеләй ярамай, былай ярамай, кешенән оят, фәлән-төгән фәсмәтән, - тип ярһыны ла китте, һис туҡтатып алырмын тимә. Үҙе аҙна һайын баҙар тип саба, кәстрүлләп ҡаймағын, йомғаҡлап майын, эремсеген, нимә генә һатмай, үткер ҡатын, белмәгәне юҡ.
– Әлләсе? - тигән булды Сәрбиямал, күршеһе һөйләүҙән туҡтап тын алған арала. - «Барһам, барырмын, бер ҡыҙыҡ булһын, мин үлгәс ләҡәп итеп һөйләрҙәр, бер иҫтәлек ҡалыр минән», - тип кеткелдәп көлгән булды. Үҙе һүҙҙе һаман шул йомортҡалары тирәһендә ҡуйыртты:
- Исмаһам, магазины ла алмай бит хәҙер, Сәүит ваҡытында магазин ала торғайны. Рәхәт ине. Ауыл йомортҡаһы магазиндыҡы кеүек түгел бит, ашап туйғыһыҙ, - тип үҙенең тауарын маҡтап алған булды, әйтерһең ул баҙарҙа йомортҡа һата. - Ярар, әләйһәң күрше, иртәгә миңә әйтмәй китеп барма, барайым әле баҙарға, бер ҡыҙғанда, тигән булды ла, өйөнә табан атланы.
Кистән йомортҡаларын һыуытҡысынан сығарып, һөрткөләп, ун ике литр һыйышлы күнәккә тултырҙы. Өҫтөнә яулыҡ ябып бәйләне лә мейесенең көлдөксәһенә урынлаштырҙы. Иртәгеһен, уларҙың ауылы аша үткән иң беренсе газель автобусына ултырып ҡалаға килеп тә төштөләр. Уныһы йәтеш булды, автобус уларҙы баҙарҙың эргәһенә үк алып килеп ҡалдырҙы. Күршеһе Бибисара:
- Һин баҙар эсенә инеп торма, йомортҡа-фәләнде тыш яҡлап ҡапҡа төбөндә һаталар. Бына ошонда тор! Мин, анау ҙур ангарҙың эсендә булам, һатып бөткәс эргәмә килерһең, - тип күршеһенә төшөндөрҙө лә, Сәрбиямал тирә-йүнгә күҙ ташлағансы юҡ булды. Сәрбиямал ҡарсыҡ күнәген ергә ҡуйып, ҡаплаған яулығын сисеп, башын күтәреп ҡарауы булды, эргәһендә ыҫпай кейенгән, йәш кенә ир һәм ҡатын пәйҙә булдылар. Ир кешенең ҡултыҡ аҫтында ҡалын ғына папкаһы бар.Ул ашыҡмай ғына папкаһын асты ла:
- Тәк, йомортҡа һатабыҙ инде, шулаймы? - тип, берсә күнәктәге йомортҡаларға, берсә Сәрбиямал ҡарсыҡҡа ҡарап һүҙ ҡушты.
- Әллә килгән булдым инде. Һеҙгә нисә йомортҡа кәрәк, хәҙер һалып бирәм. Үҙегеҙ һайлап алһағыҙ ҙа була, - тигән булды Сәрбиямал.
- Беҙ, бабуся, беребеҙ санэпидемстанциянан, ә мин һалым инспекцияһынан ҡайһы ауыл хәкимиәте биләмәһенән, ҡайһы ауылдан килдегеҙ, исем, фамилияғыҙ, атайығыҙҙың исеме кем, паспортығыҙ бармы үҙегеҙ менән? – тип һорауҙар яуҙыра башланы. Сәрбиямал ҡарсыҡтың арҡаһынан әллә ниндәй ҡурҡыныс бөжәктәр йүгереп үткән кеүек булды.
-Уй, паспортымды алманым, күршем Бибисара баҙарҙа паспорт һорайҙар тип әйтмәне шул,- тигән булды тауышы ҡалтыранып.
- Тәк! - тип һуҙҙы ҡаршыһындағы әҙәм:
- Ауыл биләмәһе хәкимиәтенән справкаң бармы? Үҙ йортоңда тауыҡ аҫырауыңды раҫлаусы ҡағыҙ, йәғни был йомортҡалар һинең хужалыҡтан булғанды иҫбатлаусы ҡағыҙың бармы?
- Ай, әттәгенәһе, ул ҡағыҙ кәрәклеген дә әйтмәне бит күршем Бибисара, - тип, аптырауға төштө ул. Ә теге әҙәм, ҡағыҙҙарының араһына ҡара ҡағыҙын һалғас, тәүге һорауын ҡабатланы. Сәрбиямал ҡарсыҡ ҡурҡа-ҡурҡа тотлоғоп фамилияһын, исемен әйтте.Тик атаһының исемен генә ҡапылда әйтә алмай аҙапланды.
- Әлләгемовна! Юҡ, Юҡ! Ай әттәгенәһе! Әптелғәмовна! Юҡ, Әптелғәлләмовна! Уй! Гонаһ шомлоғо, ниндәй көнгә төштөм, ғүмерҙә ҡыланмағанымды! Күршемде тыңлап ҡына харап булдым бит, - тип ҡурҡыуынан саҡ сеңләп илап ебәрмәне.
Ирҙең эргәһендәге ҡатын:
- Һеҙ, ул тиклем хафаланмағыҙ! Һеҙҙең кеүектәр бында күптәр…
Теге ир, мине бүлдермәгеҙ тигән кеүек ҡаты итеп тамаҡ ҡырып алды ла:
- Ауылығыҙҙың ветеринары бармы, тауыҡтарығыҙға прививка яһаттығыҙмы? - тағы ҡағыҙ, справка тураһында өндәште. Сәрбиямал ҡарсыҡтың зиһендәре бөтөнләйгә буталды. Ул ошо минутта бер кемде лә ишетмәҫ тә, күрмәҫ тә кешегә әйләнгәйне. Уның күҙ алдына, йорт ҡураһы алдында ем сүпләп йөрөгән тауыҡтарынан башҡа бер нәмә лә юҡ кеүек ине. Ҡапыл иҫенә килгәндәй:
- Ул тауыҡтың ҡайһы еренә генә энә ҡаҙайһың да, прививка яһайһың, ике ҡанат та, ике бот бит тауыҡта – тип күҙҙәрен селт-селт йомоп, аптырап инспекторға ҡараны.
- Бер нәмәлә белмәйем! Мин ветеринар түгел, ә бында барыһы ла яҙылған, инструкция, - тип папкаһына һуғып күрһәтте. Ана, ниндәй генә ауырыуҙар тапмайҙар хәҙер, салмениолезмы, әйтергә тел дә әйләнмәй.
- Шунан әбекәйгә тағы һорау, участковыйҙан, йәғни, ауылығыҙҙа тәртип һаҡлаусының ҡул тамғаһы булған справкаң бармы? Аңламаһаң аңлатып бирәм: күрше-тирәгеҙҙән һеҙгә ҡарата ғариза-фәлән юҡ, йәғни уларҙың йомортҡаларына берәү ҙә теймәгән тигән. Аңланыңмы, һүҙҙең нәмә тураһында барғанын? – тип ҡурҡышынан бөршәйеп ҡалған әбейгә һалҡын ҡараштарын йүнәлтте.
- Ыстағәфирулла! Әллә күршеләремдең тауыҡ кетәгенә инеп, йомортҡа сүпләп йөрөгән тип уйлайһыңмы, балам. Сәрбиямал ҡарсыҡ бөтөнләйгә аптырауға ҡалды.
- Эй, тауыҡ баш, был йомортҡалар минеке түгел, берәү ҡарап тор, хәҙер киләм тигәс, тора инем ҡарауыллап, - тип әйтергә булған да бит. Эй, Аллам! Алдашып өйрәнмәгәс, ҡайҙан тел әйләнһен инде, - тип әллә ниндәй еңел -елпе уйҙарға төшә башлағайны, инспекторҙың ҡәтғи тауышы уны һиҫкәндереп ебәрҙе.
- Тәк! Урынға, талонығыҙ бармы?
- Юҡ бит инде.
- Ну, ярар талон ал тип хәҙер килеп етерҙәр. Талон беҙҙең инструкцияға кермәй, йомортҡаларығыҙға анализ яһатырға кәрәк. Теге мөйөштә ветлаборатория бар, шунда йомортҡаларыңды алып барып тикшерт.
- Ә, был мин яҙып биргән ҡағыҙҙың төп нөсхәһе ауылығыҙҙың хәкимиәтенә бара, ә копияһы һеҙгә. Бына ошонда ҡул тамғағыҙҙы ҡуйығыҙ, - тип аптырауҙан ни әйтергә белмәй, ирендәрен ҡыбырҙатып, үҙ алдына һөйләнгәндәй, нимәлер аңлайышһыҙ бышылдаған Сәрбиямал ҡарсыҡтың ҡулына ручка тотторҙо. Ҡарсыҡ ҡалтыранған бармаҡтарына ручканы тоттора алмай аҙапланғас, нисек етте шулай кәкерсәкте һыҙғыланы ла, эстән генә, суҡынып китһен баҙары, йомортҡаһы-ние менән, мин йығылмаҫ элек китәме был кеше, юҡмы? – тигән уйҙа ине. Иҫенә килгәндә ҡулында дүрткә бөкләнгән ҡағыҙҙан һәм алдында тулы йомортҡалы биҙрәнән башҡа бер кем дә юҡ.
- Йә, Хоҙай, имен-аман ҡотолдом был әҙәми заттан. Йә тағы, береһе килеп сыҡмаҫ элек таяйым был тирәнән. Анау ангарҙа тигәндәй булды Бибисара, барайым шуның янына, - тине лә күнәгенә яулығын ҡаплап ангарға табан йүнәлде. Ангар эсендә, хәле бөтөп, ҡулы менән теҙелеп киткән прилавкаларға тотона-тотона, йөрөй торғас, күршеһе Бибисараны эҙләп тапты. Бер ниҙә өндәшмәйсә генә ҡулына тотҡан ҡағыҙын һондо ла:
- Эй, аптыратты инде! Нимәләр генә яҙып бөтмәне, гонаһ шомлоғо, енәйәтсене тотҡан тиерһең, - тип һулҡылдап иларға етешеп һөйләне. Бибисара бот сабып көлөп ебәрҙе:
- Аптырама, Сәрбиямал күрше! Уның кеүек, маңҡа малайҙарҙы күп күрелгән инде. Яҙһындар, яҙа алғансы, ауыл хәкимиәте үҙебеҙҙең кеше бит, юҡҡа аптырама! Килтер күнәгеңде, хәҙер йомортҡаларыңдың бөртөгө лә ҡалмаясаҡ!
- Эй, Надежда Николаевна! Һөт-ҡаймаҡ алдың, ниңә йомортҡа алмайһың, бына танышым һата, ал, - тип таныштарын саҡыра башланы. Ысынлап та, Сәрбиямал ҡарсыҡ иҫенә килгәндә күнәгенең яртыһындағы йомортҡалары һатылған ине. Ә Бибисара радио тиерһең, әле береһен саҡыра, әле икенсеһенә тәҡдим итә. Сәрбиямал ҡарсыҡ:
- Хоҙайым, әллә вис ҡала кешеләрен белә инде,тип уйларға ла өлгөрмәне:
- Иван Николаевич, һаумы, ҡәҙерлем, йомортҡа ал, бына аҙаҡҡыһы ҡалды, һиңә тип ҡалдырҙым. Килтер пакетыңды, утыҙлап булыр ахыры,- тип ниндәйҙер олпат ирҙе саҡырҙы. Ул ир оҙаҡ уйлап торманы, барыһын да һыпырып алды ла китеп тә барҙы.
- Бына, күрҙеңме, күрше! Ә һин йәш ҡыҙҙар кеүек балауыҙ һығырға тораһың, - тип шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Бына, тот аҡсаңды, ҡулъяулығыңа урап кеҫәңә һалып ҡуй, булавка ҡаҙа, йә юғалтып ҡуйырһың. Баҙар ул шулай, күрше, ауыҙ асып торғанды яратмай. Ә шулай ҙа кисә һин уйлағанса, ләҡәп итеп һөйләрлек мәҙәк, иҫтәлеккә ҡалды. Сәрбиямал ҡарсыҡ:
- Бесәйгә көлкө – сысҡанға үлем тигәндәре шулдыр инде, - тип уйлап ҡуйҙы.
Хәмзә ИШДӘҮЛӘТОВ
Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: