Заманында беҙҙең ауылда эшләп киткән Р.А. Әбдрәшитов, Р.И. Тураев, А.Е. Просолов, Н.В. Шмалей, М.К. Байғотлин, М.Ю. Ҡужаҡаев, М.Г. Ибраһимов, С.Х. Исмәғилов һәм башҡалар иң юғары вазифалар биләп район хакимиәтендә ултырҙылар. Бына улар ауыл хужалығын белгән, эш өсөн янған, районды алға ебәреүсе шәхестәр. Уларҙың эшсәнлеге беҙгә өлгө булып тора. Шундай шәхестәр район хакимиәтендә эшләргә тейештәр, күпме ауылды тергеҙҙеләр, ә бөтөрмәнеләр.