Все новости
Хаттар
13 Июня 2020, 17:00

Баймаҡса һөйләшкән бабай

– Бабай, һин “баймаҡса” һөйләшәһең, Баймаҡтан килдеңме әллә? Бында берәү ҙә баймаҡса һөйләшмәй, - ти бала, күҙенә йәштәре тығылып.

Рәжәп Юлбарисов Мораптал участка дауаханаһының баш табибы булып эшләгәндә, Өфө ҡалаһына кәңәшмәгә йыш йөрөр булды. Шулай бер барғанында, Өфөлә уҡыған студент улы менән килененә күстәнәс керетергә була. Кәңәшмәнән сыҡҡас, улы йәшәгән йортҡа китә. Улар иҫке баракта фатирҙа торған булғандар. Ҡыш көнө ҡараңғы бик тиҙ төшә. Ишек бикле. Шаҡығанға бер кем дә яуап бирмәй, балалар өйҙә юҡ, белешергә хәҙерге ваҡыттағы кеүек кеҫә телефондары юҡ. Тәҙрәләргә ҡарап көтөп йөрөгәндә, унда алты йәштәрҙәге бала күренә.
–Улым, ололарҙан берәйһе бармы?- тип өндәшеүгә, бала юҡҡа сыға. Рәжәп Рамаҙан улы кире ишеккә килһә, асыҡ ишектән теге бала уны килеп ҡосаҡлап ала.
– Бабай, һин “баймаҡса” һөйләшәһең, Баймаҡтан килдеңме әллә? Бында берәү ҙә баймаҡса һөйләшмәй, - ти бала, күҙенә йәштәре тығылып.
Күстәнәстәрҙе ҡалдырып, тиҙ генә ҡайтып китергә уйлаһа ла, үҙ телендә һөйләшергә зар-интизар булып ултырған баланы ташлап китә алмай. Ҡайтыр юлы оҙон булһа ла, уның менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултыра. Баланың һөйләүенән, уның әсәһенең баҙарҙа һатыу иткәнен, бик һуң ҡайтҡанын, атаһының, дуҫтарының ауылында ҡалғанын белә. Уның уйнарлыҡ та, һөйләшерлек тә иптәштәре юҡ...
Рәжәп Юлбарисовтың һүҙҙәрен Аҡкүбәкова Ваһиба апайығыҙ яҙып алды.
Тулы хатты гәзиттә уҡығыҙ.
Читайте нас: