Все новости
Хаттар
19 Сентября 2020, 13:00

Ҡояш балҡып тора

Беҙҙә матур, күркәм тормош ҡорған, һоҡланырлыҡ ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе – ҡалабыҙҙа йәшәгән Рәмил менән Әнисә Әҙеһәмовтар ғаиләһе.

Ҡасандыр, ҡалабыҙҙың тимер юлы вокзалы туҡталышында осрашып, ҡауышып ғүмер йомғағын бергә һүткән Әҙеһәмовтар һәр ваҡыт бер һүҙле, уртаҡ фекерле булып, мөхәббәткә генә түгел, үҙ-ара оло хөрмәткә лә таянып, оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер итә. Улар өсөн тормош ығы-зығыһы һәр ваҡыт йәшәүгә йәм өҫтәгән һәм йән өргән күренеш кенә була. Хәҙер улар ғүмерлек хис-тойғолар менән шатлыҡ-ҡыуаныстарға һөйөнөп донъя мәшәҡәттәрен дә 40 йыл бергә һөйрәйҙәр. Уларҙың күңелдәрендә ғүмерлеккә уйылған был бәхетле мәлдәр әҙ ҙә түгел, күп тә түгел. Киләсәктә лә матур, бәхетле тормошта йәшәүҙәренә инанып, ышанып йәшәйҙәр улар...
Рәзилә ЛАТЫПОВА
Күмертау ҡалаһы
Тулы материалды 75-се һанда уҡығыҙ.
Читайте нас: