Все новости
Хаттар
25 Октября 2020, 19:00

Шахмат уйыны ҡасан бөтөр?

Ике йыл буйына ҡоро-бушҡа сүп-сар өсөн 35 һум түләйем, беҙҙең өсөн ҙур аҡса ул.

Ике йыл буйына ҡоро-бушҡа 35 һум булһа ла, беҙҙең өсөн ҙур аҡса ул, юҡ сүп-сар өсөн түләйбеҙ. Миндә бер сүп-сар юҡ, ҡайҙан алайым һуң? Ваҡ-төйәк ҡағыҙ, иҫке-моҫҡоларҙы, кефир һауыттарын мунсаға яғам, бер малым да юҡ, күп әбей-һәбейҙәр шулай йәшәйҙәр. Һәр бер ауылда 75-80-82 йәшлек ҡарт-ҡоролар йәшәй, улар ҙа шулай борсолалар. Трактор, машина, ат, мотоцикл һ.б. транспортҡа тейәп шифер, ағастар, һарыҡ баштары, йөн, кирбес, ниндәй генә сүп-сар юҡ, машина менән урамдан үткәндә сүп-сарҙары осоп төшөп ҡала. Тейеш икән – түкһендәр. Ә ниңә беҙҙе, әбей-һәбейҙәрҙе заложник итеп тоталар? Ай һайын түләү өсөн ҡағыҙ килеп кенә тора.
Бер ҡапсыҡҡа, аптырағандан, сүп тә йыйып ҡараным, уны кеше эҙләп апарыу менән түләргә кәрәк. Мин ул сүплектең ҡайҙа икәнен дә белмәйем.
Беҙҙең илдә ҡартлыҡ һәр ваҡыт “артыҡ ҡашыҡ” булып килә, дауаханаға барһаң, ҡарттарға әйләнеп тә ҡарамайҙар. Атайҙар һуғышта саҡта, бала саҡтан үлән, серек бәрәңге ашап үҫтек...
И.Я. ҠОЛГИЛДИЕВА
Яңы Мораптал ауылы
Тулы материалды 85-се һанда уҡығыҙ.
Читайте нас: