Все новости
Хаттар
31 Октября 2020, 19:00

Иң мөһиме - ихласлыҡ

Ҡәҙерле кешебеҙ, Тәскирә Аҡһарова 1960 йылдың матур, сыуаҡ көҙ айында, Шәүҡәт һәм Гөлъямал Сәлтәшевтарҙың ҙур ғәиләһендә, өсөнсө бала булып донъяға килгән. Ике апайына ҡәҙерле һеңле, бер ҡустыһына һәм ике һеңлеләренә өлгөлө апай булып үҫкән ул.#юбилейҙар #Яҡшымбәт #газетаЮшатыр

Ғәиләһенә генә түгел, туғандарына, күршеләренә, ауылдаштарына ла күңел йылыһын тигеҙ өләшеүсе, ихлас кеше беҙҙең Тәскирә еңгәбеҙ. Ҡасан ғына барһаң да асыҡ күңел менән ҡаршы ала, өҫтәл тулы тәмле ризыҡтары менән һыйлап оҙатып ҡала. Уның аҡыллы кәңәштәре, ярҙамдары һәр саҡ беҙгә көс бирә, ышаныслы, ныҡ булырға өйрәтә. Алтмыш йәшлек сағыу, матур ғүмер байрамын билдәләгән, бына тигән еңгәбеҙгә артабан да талмаҫ ҡанат, оҙон бәхетле ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, Хәйрулла ағайыбыҙ менән бәхетле йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Беҙ туғандары уны яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.

Гөлдәр ӘХМӘТОВА
Урта Баба ауылы
Тулы хат "Юшатыр"ҙың 87-се һанында.
#юбилейҙар #Яҡшымбәт #газетаЮшатыр
Читайте нас: