Все новости
Хаттар
22 Ноября 2020, 16:00

Бәхетле ҡартлыҡ

Ошо көндәрҙә Абдул ауылында йәшәүсе, хөрмәтле аҡһаҡал, Ноғоманов Нәзир Ғиҙетдин улы үҙенең матур ғүмер байрамын - 85 йәшлек юбилейын билдәләй.#юбилей #ҡотлау #Абдул #Көйөргәҙерайоны_ЮшатырГәзите

Юбилярыбыҙҙың төп йәшәү принцибы: "Хеҙмәтте яратығыҙ, ул кешене тәрбиәләй, үҙ эшегеҙҙе яратып башҡарығыҙ",- ти бөгөн дә хеҙмәт ветераны.
Ағайыбыҙ бөгөн мул, матур тормошта йәшәй. Тормошона бер ҙә зарланмайса, тигеҙ генә ғүмер итә. Мәсеткә йөрөй, дини китаптар уҡый, 5 намаҙын да ҡалдырмай уҡый.
Яҡшымбәт ауылы биләмәһе башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов менән Абдул бүлексәһе эш башҡарыусыһы Әҙеһәмова Ләйсән Хөрмәтулла ҡыҙы, уны матур ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡотлап Рәхмәт хаты, бүләктәр тапшырҙылар. Юбилярға иҫәнлек, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләнеләр.
Зөлфирә Усманова, Абдул ауылы
Тулы материал 93-сө һанда.
#юбилей #ҡотлау #Абдул #Көйөргәҙерайоны_ЮшатырГәзите
Читайте нас: