Уның матур бала сағы, үҫеп буй еткергән мәле Түкән ауылында үтә. Үрге Баба ауылы егете Вәлитов Минебай Минеғужа улы һылыу ҡыҙға беренсе күреүҙә үк ғашиҡ була. Заманына күрә туйҙар үткәреп, 1960 йылдың 4 апрелендә тормош көтә башлайҙар. Бер-бер артлы ике ул, ике ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Нурия Лотфулла ҡыҙы "Искра" колхозында бәрәс ҡарай, йәйен бейә һауа, сөгөлдөр утай. Оҙаҡ йылдар эшләп, "Хеҙмәт ветераны" исеменә лайыҡ булып хаҡлы ялға сыға. Нурия апайыбыҙҙы ҡайғылар ҙа урап үтмәй, бер-бер артлы һөйөклө улын, ҡәҙерле тормош иптәшен юғалта. Ауырлыҡтарға бирешмәй, балалары өсөн бөтә көсөн һала. Уларға белем биреп, ҙур итеп туйҙар яһап, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Ҙур ҡыҙы Рәмилә кейәүе Рафаэль менән Күмертау ҡалаһында матур итеп донъя көтәләр, бер ул, бер ҡыҙға ғүмер бүләк иттеләр. Бәләкәй ҡыҙҙары Розалия кейәүе Әхмәт менән Бөгөлсән ауылында үҙ көстәре менән ҙур өй һалып, етеш тормошта йәшәйҙәр. Өс улға ғүмер бүләк иттеләр. Нурия апайыбыҙ улы Йәғфәр менән бәләкәй генә ауылыбыҙҙа донъя көтә.