Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
7 Ғинуар 2021, 17:00

Терәк тә, таяныс та

Ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләгән Илшат ағайҙы ҡайғы-хәсрәт, сырхауҙар урап үтһен, һәр көндәрен шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел көрлөгө биҙәһен, өйөгөҙҙөң ҡотон, именлеген һаҡлап оҙон-оҙаҡ Зәйтүнә апай менән йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.

Тормоштоң йәмен, ҡәҙерен белеп йәшәүсе Рыҫҡоловтарға Аллаһы Тәғәлә донъя көрсөгөн, мәшәҡәттәрен бергә-бергә еңеп сығырға ярҙам ҡулы һуҙалыр!
Илшат ағай балаларына ғына түгел, ә ейән-ейәнсәрҙәренә лә өлгө, таяныслы кеше булһа, тормош иптәше өсөн ныҡлы терәк ул. Йәй көндәрендә бесән, утын әҙерләшеүҙә күп көс һалалар, ейән-ейәнсәрҙәре менән тәбиғәт ҡосағына сығып емеш-еләк йыйырға, балыҡ тоторға йөрөйҙәр, ауыл тормошондағы ваҡ-төйәк эш ҡағиҙәләрен өйрәтеүҙә булышалар.
Туғандар, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, балалары менән аралашып, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып йәшәргә, бер-береһенә кәрәк, терәк булып туғанлашып, тормош көрсөктәренә бирешмәҫкә тырышыуҙары ла һоҡландырғыс уларҙың!
Ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләгән Илшат ағайҙы ҡайғы-хәсрәт, сырхауҙар урап үтһен, һәр көндәрен шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел көрлөгө биҙәһен, өйөгөҙҙөң ҡотон, именлеген һаҡлап оҙон-оҙаҡ Зәйтүнә апай менән йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Рәзилә ЛАТЫПОВА
Күмертау ҡалаһы
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 3-сө һанында.
Читайте нас