Все новости
Хаттар
30 Января 2021, 16:00

Ауылыбыҙ йәме

Кинйәбай ауылының оло кешеләренең береһе Мәймүнә инәй Сәғитоваға быйыл 80 йәш туласаҡ

Кинйәбай ауылының оло кешеләренең береһе Мәймүнә инәй Сәғитоваға быйыл 80 йәш туласаҡ, Алла бирһә. Шуға ҡарамаҫтан, тик ултырырға яратмаған, энергияһы ташып торған инәй, быйыл да, башҡа йылдарҙағыса, кәртуф баҡсаһында үҙенә саңғы юлы һалып алған да, шунда көндә йөрөп килә. Унан ташып торған көс-дәрткә йәштәр көнләшерлек, бар ерҙә лә әүҙем ҡатнашырға тырыша. Концерттар булһа үҙе уйлап, ауыл кешеләренә бағышлап, сығарған таҡмаҡтарын йырлай, көләмәстәр һөйләп көлдөрә, Яңы йыл байрамдарына ҡыҙыҡлы костюмдар уйлап таба. Йорт ҡураһын да тәртиптә тота, ҡош-ҡорт аҫырай. Ошондай үҙе дәртле, үҙе егәрле, асыҡ күңелле, алсаҡ инәйебеҙгә ауылыбыҙҙың йәме булып тағы оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.

Рәмзиә ҒӘББӘСОВА,
Кинйәбай ауылының башланғыс кластар уҡытыусыһы
Тулы материал 9-сы һанда баҫылып сыҡты.
Читайте нас: