Ауылдаштары, Мәрйәм Кинйәбулат ҡыҙына һоҡланып ҡарайҙар. Бәләкәй генә ауыл ҡатынында ниндәй көс булған? Әлеге көндә лә, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, балаларына ауырлыҡ килтермәҫкә, мөмкин тиклем үҙ-үҙен ҡарарға тырышып йәшәй өләсәйебеҙ. Балалары, килен-кейәүҙәре хәстәрләп, матур итеп ҡарарға тырышалар үҙен.
Бөгөнгө көндә, өләсәйемдең ҙур шатлығы: 5 балаһы, 18 ейән-ейәнсәрҙәре, 26 бүлә-бүләсәләре бар, хатта 1 бүләсәренең улын күреү бәхетенә лә иреште. Һәр беребебеҙ, өләсәйебеҙҙе хөрмәт итеп, рәхмәтле булып, ҡәҙерләп йәшәйбеҙ.
90 йәшлек юбилейын ҡотларға килгән ҡунаҡтарын: «Алдағы юбилейыма ла килегеҙ»,- тип шаяртып, оҙатып ҡалғайны. Аллаға шөкөр, 95 йәшлек юбилейын да балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә, ауылдаштарының иғтибарында ҡаршы алды. Көслө рухлы, көләс йөҙлө, яратҡан өләсәйебеҙгә беҙҙе шулай аҡыллы кәңәштәренән айырмай, тормошобоҙҙо йәмләп, иҫәнлек-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ беҙҙең арала йәшәүен теләйбеҙ. Рәхмәт, һиңә, өләсәй, барыһы өсөн дә!