Хаттар
28 Марта 2021, 07:49

Аҡыл өйрəтə тимəгеҙ

Өфөлə ятып, апай беҙгə аҡыл өйрəтə, тимəгеҙ. Гөл конкурсығыҙ оҡшағанға, еңеүселəргə гөл бүлəк итеүегеҙгə бик ҡыуандым. Шундай үҙенсəлекле ижади алымдарығыҙ килəсəктə лə туҡталмаһын. Һеҙгə артабан да уңыштар телəп Зөһрə апайығыҙ Ҡотлогилдина, Өфө ҡалаһы.

Һеҙҙең конкурс йомғаҡтары хаҡында класташым, Таймаҫ ауылында йəшəүсе Зөһрə Əбйəлилованан ишеттем. Үҙенең 70 йəше уңайынан һеҙҙең бəйгенең еңеүсеһе лə булып бик ҡыуанып һөйлəне. Ялсыҡайҙан Гөлнара Аҡсурина, Илкəнəйҙəн Гүзəл Мөхəмəтшиналар өсөн дə ҡыуандым. Шунда башҡа килгəн бер уйҙы, телəк-тəҡдимде лə яҙып үткем килде.
Ялсыҡай ауылында минең апайымдың һеңлеһе Нəжиҙə Хафизова апайым йəшəй. Ауыл старостаһы Байрамғəли Абдрахманов менəн бергə ғүмер итеүҙəренə лə ун ике йыл булып китте. Быға тиклем апайым башта Мəлəүездə, аҙаҡ Ташкентта, унан һуң Сулпан-Ата (Ҡырғыҙстан) ҡалаһында йəшəне.
Хат тулы килеш гәзиттә сыҡты.
Читайте нас