Айҙан артыҡ инде һуғымға тип инселəнгəн башмағын хөкүмəткə ит кəрəк, урынына иген бирəбеҙ, тип Ҡарағай базаһына алып киткəйнелəр. Бөгөн əҙ генə бушап торғанлыҡтан, шул вəғəҙəлəнгəн игенде алып ҡайтайым тигəн өмөт менəн йəйəүлəп 30 саҡырым аралағы ауылға киткəйне. Унда барғас: "Ул игенде һин күптəн алғанһың инде, бына ҡултамғаң", - тип һеңгəҙəттелəр. Ҡаршыланып та аңлата алманы. Ҡайҙа булғандыр, əллə берəйһе ысынлап та алдымы икəн, тип аптыраны Мəхтүмə. Өйҙəге береһенəн-береһе алты балаһының тамаҡтары туйып ҡалыр исмаһам. Он тарттырып алһам, бер аҙға етер ине, тигəн өмөтөн өҙҙөлəр. Илай-илай яҙмышына төшкəн хəдəрҙе уйлап-уйлап ҡайтыр юлға сыҡты..