...Кешелəргə күберəк ярҙам иткəн, үҙ өҫтөмдə ныҡышмалы рəүештə эшлəгəн һайын Аллаһы Тəғəлə минең кешелəрҙе дауалау һəлəтемде нығыраҡ аса бара. Ҡан баҫымы күтəрелеп, йə башҡа төрлө ауырып килгəндəр шəбəйеп ҡайтып китəлəр. Ғаилə ҡороп, балалары булмайынса йөҙəп килгəндəргə ярҙам иткəс, бала табып ҡыуаналар. Үҙемде бик бəхетлемен тип иҫəплəйем. Ҡулдарым аша дауаланып, Аллаһ һаулыҡ биргəн кешелəрҙең рəхмəт əйтеүҙəре һөйөндөрə мине. Килəсəктə дауалау буйынса артабан уҡығым, тағы ла күберəк белгем, камиллашҡым килə. Тик Аллаһҡа ғына рəхмəтлемен, бөтəһе өсөн дə һəм унан ғына ярҙам һорайым. Хоҙай ҡөҙрəтен алмаһын инде. Сөнки халыҡ ышаныс менəн килə. Ə мин сəбəп итəм, шифаһы – Алланан. Хоҙай ҡушҡанды ғына үтəйем. Бөтөнлəй атлай алмаған кешелəр таяғын ташлап, атлап ҡайтып китəлəр...