Гəзитегеҙгə "Мөнирҙе кемдəр белə?" тигəн мəҡəлə сыҡҡас та миңə Фəүзиə Ташбулатова (хəҙер Ғəҙелшина) шылтыратты. Ул Мөнирҙең ауылдашы һəм класташы булып сыҡты. Һалҡын Шишмə ауылында йəшəй икəн. Фəүзиə миңə бик кəрəкле мəғлүмəттəр бирҙе. Мөнир 1949 йылдың 15 майында тыуған. 1999 йылдың 1 июлендə вафат булған. Уның ҡатыны - Фатима, ҡыҙ фамилияһы Аҙнабаева, Марат һəм Румил ағайҙарының туғаны тине. Ҡыҙы Нəфисə менəн Өфөлə йəшəй, улы Урал Мурминскиҙа ҡалған. Шулай итеп, миңə хəҙер Фатима ханымды табырға кəрəк булды.
Яңыраҡ ҡына Өфөлəге Ленин урамындағы "Оптика" ла врачҡа күренеп, күҙлек алырға тура килгəйне. Шунда Румил ағайҙың ҡыҙы Сəйҙə эшлəй ине. Уның аша һорап Фатима ханымдың телефонын таптым. Рəхмəт инде уларға. Бер аҙна үткəс, Күмертауҙан Рəйсə Искəндəрова тигəн ҡатын шылтыратты. Ул Фатима ханымдың класташы булып сыҡты. Үҙ-ара бəйлəнештəлəр икəн. Шылтыратып бөтəһен дə һөйлəп биргəн: һеҙҙең гəзиттəге мəҡəлə хаҡында ла, минең турала ла, телефонды ла əйткəн. Шулай итеп, һеҙҙең ярҙам менəн мəсьəлə хəл ителде, бəйлəнеш булдырылды. Фатима Йəүҙəт ҡыҙы менəн телефон аша һөйлəштек. Артабан ул "Арктика" музейын ойоштороусылар менəн үҙе, бəйлəнешкə инеп, осрашасаҡ. Фəүзиə Ғəҙелшина класташы Мөнир тураһында бик матур иҫтəлек яҙған. Уны миңə телефон аша уҡып ишеттерҙе. Хат менəн ебəрергə тейеш. Һеҙгə тарихыбыҙ яҙмышына, шəхестəребеҙгə ҡарата битараф булмағанығыҙға, ярҙам ҡулы һуҙыуығыҙға тағы ла бер тапҡыр рəхмəтемде еткерəм. Эшегеҙҙə уңыштар, ғаилəгеҙгə именлек-һаулыҡ телəп, яҡташығыҙ
Зөһрə ҠОТЛОГИЛДИНА апайығыҙ, Өфө ҡалаһы