Хаттар
4 Мая 2021, 07:38

Бәхетле булһындар

Хәйерле көн! 3се май - хәтергә алыу һәм иҫләү көнөндә Яҡуп ауылы халҡы күмәкләшеп ҙур өмәгә сыҡты. Ир - ат зыярат эсен, тирә яғын йыйыштырҙы, ҡатын-ҡыҙҙар мәсет, ауыл тирәһен, ауыл эсен сүп-сарҙан таҙартып, ағартыу буяу эштәре менән булдылар.

Ауылдаштарҙың әүҙемлеге, берҙәмлеге, уңғанлығы ҡыуандыра!!! Күмәк эшләгәндә эш тә еңел, күңелле лә! Ауылдаштарыма ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткереп ҡалам. Беҙ ауылда бер ҙур ғаилә, беҙҙең өйөбөҙ һәр ваҡыт шулай йыйнаҡ, таҙа, йәмле булһын. Ә унда йәшәгән кешеләр һау - сәләмәт, бәхетле булһын ине!!!
Альбина Искәндәрова, Яҡуп ауылы
Читайте нас