Хаттар
16 Мая 2021, 04:49

Изге ниəт

Беҙҙең ауылда мəктəп тə, мəҙəниəт йорто ла юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, Бөйөк Еңеү байрамы яҡынлашып килгəс, был байрам беҙҙең ауылда ла үтергə тейеш, тигəн изге ниəт менəн барыһын да үҙебеҙ ойошторорға булдыҡ. Иң тəүҙə, был телəкте Əхмəтова Алмабикə апабыҙға белдерҙем, ул минең телəгемде хупланы һəм ойоштороуҙа ярҙам итте.

Эшлəмəй торған мəктəп йыуылған, таҙартылған, уртаҡ көстəр менəн ҙур табын əҙерлəнгəн ине. Һуғыш йылы балаларын, инəй-бабайҙарҙы, ҡунаҡтарҙы алып килеп һыйлап, йырлашып, хəтирəлəргə бирелешеп ултырҙыҡ. Гөлшат һəм Кинйəбай Юлчуриндар, ҡунаҡтарға һуғыш ваҡытындағы ашты тəмлəтер өсөн, кесерткəн турап, ыумас ыуып аш бешереп алып килгəндəр. Был ашты ололар яратып, ҡыуана-ҡыуана ашаны.
Сынтимер МӨРСƏЛИМОВ, Яманғол ауылы
Сынтимер ағай был хатында Яманғолдоң байтаҡ кешеһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, улар барыһы ла гәзиттә баҫылды.
Читайте нас