Хаттар
19 Мая 2021, 04:19

Бушлай

Ошо көндәрҙә Ҡотлоюл ауылы шәфҡәт туташы Боҫҡанова Ләлә оло йәштәге инәйҙәрҙе диспонсеризацияға алып барҙы. Башҡортостаныбыҙҙағы "Демография" милли проектына ярашлы "Өлкән быуын" федераль проекты буйынса һаулығыбыҙҙы тикшерттек.

Беҙ, оло йәштәге кешеләр өсөн бик уңайлы булды. Ауылдан килеп алып, поликлиникала йөрөтөп, кире өйҙәребеҙгә алып ҡайттылар. Бушлай. Беҙҙең сәләмәтлегебеҙҙе ҡайғыртып иғтибар күрһәткәндәре өсөн, “Юшатыр” гәзите аша, фельдшерыбыҙ Ләлә Боҫҡановаға, газель шоферы Слепцов Анатолий Ивановичҡа, белгесе Кузьминых Татьяна Викторовнаға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Ҡотлоюл ауылы әбейҙәре исеменән, Рәйсә БОҪҠАНОВА
Читайте нас