Хаттар
6 Июня 2021, 04:12

Байҙарыбыҙ булмаһа ла

Тыуған ауылыбыҙ Яманғолда ҙур өмə уҙғарҙыҡ. Өмəне ауылыбыҙ халҡы менəн йыйылыштан башлап ебəрҙек. Унда яманғолдар өсөн иң мөһим мəсъəлə булған зыяратыбыҙҙы тимерҙəн кəртəлəп ҡуйыу һорауы күтəрелде. Быны хəл итер өсөн 2022 йылда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға тигəн телəк белдерҙек.

Йыйылыштан һуң күмəклəшеп ауылыбыҙ мəсетенең тирə-яғын тəртипкə килтерҙек. Тирə-яғындағы сүп-сарҙарҙы йыйып, ҡый үҫкəн ерен таҙартып, урынына ҡара ер түшəнек. Техника менəн ярҙам итеүсе Венер Таймасовҡа ҙур рəхмəт белдерəбеҙ. Шулай уҡ сүп-сарҙарҙы еңел машинаға тағылма тағып та ташыныҡ. Иман йортобоҙ тирəһендə эштəр төшкə тиклем тамамланды. Был ваҡытҡа өмəселəргə мəсеттə аш-һыу əҙерлəнгəйне. Ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары матур итеп бешеренеп алып килгəндəр, табында нимə генə юҡ ине. Уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һəм һəр ваҡыт үҙ фатихаһын биреп тороусы ауылыбыҙ хəҙрəте Рəжəп Балхиевҡа ҙур рəхмəттəребеҙҙе еткерəбеҙ.
Сынтимер МӨРСƏЛИМОВ, Күмертау ҡалаһы
Сынтимер ағайҙың ҙур хаты тулы килеш гәзиттә баҫылды.
Читайте нас