Хаттар
17 Июня 2021, 12:52

Бала - бәғер емеше

Йәмле яҙҙар ҙа үтеп китте. Йылы йәй килеп етте. Иҫкә алырҙай ошо июндең ҡайһы бер иҫтәлекле лә, моңһоу ҙа булған ваҡиғаларын яҙып үтәһем килә. 1 июнь – балаларҙы яҡлау көнө булды. Һәр ата-әсә үҙенең бала-сағын иҫенә төшөрөп, хәҙергеһенә баһа бирҙе. Беҙ инде “һуғыш йылы” балалары булараҡ, бала сағыбыҙҙы, үҫмер саҡты уфтанып иҫкә алабыҙ.

Хәҙерге быуын балаларҙы күреп ҡыуанабыҙ. Һуңғы ҡыңғырауҙар булып үтте. Инде оҙаҡламай “Сығарылыш” кисәһе була. Атай-әсәй өсөн борсолоуҙар, хәстәрлектәр көтә. Һуғыш башланғанға ла 80 йыл була. Иҫкә алып яҙырлыҡ әйберҙәр күп, яраларҙы ҡуҙғатаһы килмәй. Берсә ҡайғылы, берсә тулҡынландырғыс ваҡиғалар. Илебеҙ тыныс булып, балаларыбыҙ артабанда юғары уҡыу йылын дауам итергә булһын. Ошо яҙған, иҫкә алыуҙар үҫеп килгән йәш быуынға үҙе бер тарих. Нисек кенә иҫкә алһаҡ та һәр ата-әсәнең балаһының яҙмышы сағыла. Һуғыштан әйләнеп ҡайта алмаған балаһы, инде уҡыуын тамамлап үҫеп етеп ҡанат сығарған, ҡош балаһы кеүек ҡайҙалыр осороп сығарып ебәргән балаһы өсөн дә борсолалар. Бына шуға арнап яҙған бер бик күптәнге шиғырымды ебәрәм. Һәр атай-әсәйгә бала биктә ҡәҙерле, көтөп алаһың, оҙатып ҡалаһың, һәр кемгә иҫәнлек һаулыҡ, илебеҙ тыныс, ғәйләләр татыу булһын.
Бала – бәғер емеше!
Төш кенә булып ҡалды
Сәңгелдәк бәүеткәнем
Байтаҡ йылдар үтеп китһә лә
Хәтергә төшәләр гел.
Сабыйымды ҡулыма алып
Ҡараным күҙҙәренә
Әсәй ҡулын һиҙҙе сабый
Нур сыҡты йөҙҙәренә.
Әсәй шатлығының сиге
Буламы һуң ул саҡта?
Татлы һүҙҙәрең менән
Иркәләйһең йылы ҡосаҡта.
Үҙенән-үҙе моңдар тыуа
Йырҙар сыға күңелгә
Күңелдәге йыр-моңға
Күмелә сабый һөйөүгә.
Сағыштырам сабыйымды
Өлгөрөп бешкән «алмаға»
Күҙҙең яуын алып торған
Һары ялтыр «алтынға».
Һандуғасҡала оҡшатып
Яратабыҙ иркәләп
Сәскәгә тумалған гөлдәй
Булып ҡуя һирәкләп.
Оҡшатабыҙ «тулған айға»,
Нурын һипкән «ҡояшҡа»
Булып ҡуя “күҙем нуры”
Оҡшай «ап-аҡ аҡҡошҡа».
Ошо матур һүҙҙәрҙе
Ҡабатлай һәр бер әсә
Күңелендәге наҙҙарын
Һәр бер балаһына өләшә
Ҡош та балаһын осора
Гелән бергә була алмай
Балалар ҙа беҙҙән айырыла
Шулай ҡушҡас беҙгә Хоҙай.
Гөлшат Байназарова, Айсыуаҡ ауылы
Читайте нас