Хаттар
25 Июня 2021, 11:05

Рәхмәтлебеҙ һеҙгә

Яңыраҡ, хәтирәләрҙе яңыртып, Керәүле-Илюшкин ауыл мәктәбен 2006 йылда тамамлаған класташтар менән осрашыу кисәһе ойошторҙоҡ.

Был ҡояшлы, матур көндә, осрашыуға килгән һабаҡташтар менән белем иленең баҫҡыстарына тәүге аҙымдарыбыҙҙы ышаныслы итеп баҫырға, яҙырға, уҡырға өйрәткән башланғыс кластар уҡытыусыһы Зоя Андреевна Федороваға һәм өлкән кластарҙа беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып, әсәй урынына тәрбиәләп, хәстәрләп торған класс етәксебеҙ Зилара Камил ҡыҙы Ғәббәсоваға барып, уларға булған рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерҙек.
Гөлназ МӘҠСҮТОВА, Мәләүез ҡалаһы
Хат тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас