Хаттар
18 Июля 2021, 05:33

Картуф үҫтереү файҙалымы?

Элек картуф үҫмəне түгел, үҫте тик һатып ҡына булманы. Əллə кешелəр шуға төңөлдөлəр инде картуф үҫтереүҙəн? Мин шəхсəн, 1974 йылда, бер Зил самосвал менəн спирт заводына картуф тейəп алып барҙым, 1988 йылда 7 тоннанан артыҡ серене, сығарып түктек. Мин бик күп сит ил кешелəре менəн осраштым, йə бергə эшлəргə тура килде. Улар бөтəһе лə беҙҙе ялҡаулыҡта ғəйеплəйҙəр: «Беҙҙə былай ер булһа, беҙ тау-ташты аҡтарып, шунда ер ташып нəмə үҫтерəбеҙ,» - тиҙəр. Был кешелəрҙең береһе Грузиянан, икенсеһе Кореянан инелəр. 

Картуф үҫтереү файҙалымы?Картуф үҫтереү файҙалымы?
Картуф үҫтереү файҙалымы?

Быйыл Башҡортостандың 3 районында картуф сəсергə планлаштыралар ине, сəстелəрме юҡмы, уныһын белмəйем. Мин шуны əйтер инем, иң тəүҙə картуф сəскəнсе, йəшелсə, картуф һаҡлағыс төҙөр кəрəк. Картуф үҫə, һалырға урыны юҡ. Йəшелсə һаҡлағыс булһа, алып сыҡтың һаттың. Йəшелсə һаҡлағыс ул хəтлем сығым талап итмəй. Мин ошо йəшелсə һаҡлағыс булмағас, йəшелсə үҫтереүҙəн баш тарттым.

Ҡорбəнғəли СӨЛƏЙМƏНОВ, Яҡуп ауылы

Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас