Хаттар
28 Августа 2021, 06:31

Осо бармы?

Һаумыһығыҙ, редакция хеҙмəткəрҙəре! Ошо мəҡəлəмде яҙырға мəжбүр булдым.

Осо бармы?Осо бармы?
Осо бармы?

Тормош дауам итə заманалар үҙгəрə, кешелəр ҙə шундай уҡ, кемдер ҡалаға йəшəргə килə, кемдер ауылға. Беҙҙə тормош иптəшем менəн хаҡлы ялда, Тау Шишмəһе ауылынан өй алдыҡ, йəй көнө йəшəргə тип. Ауылдың тəүге исеме Баян булған. Ҡалала баҡса яғы хәлк барығыҙға ла мəғлүм, уны һүтə, емерə башланылар. Үҫтергəн емештəр ҙə елгə оса башланы (сит кеше ҡулдары). Йəй оҙон көндə ни эшлəп ятаһың инде, баҡса үҫтерергə, кəртүфе лə, бал ҡорто тоторға ла, барыһы ла үҙеңдеке була, һаулыҡ ҡына булһын. Ауылдың тəбиғəте матур, урман, яһалма быуалар ҙа бар. Ошо ауылда əсəйем яғынан туғандар ҙа бар. Уларҙың барыһына ла рəхмəтлемен. Һый-ризыҡтарын уларҙан алабыҙ. Ауылда ФАПта бар. Унда бик күп йылдар Венера Азиат ҡыҙы эшлəй. Үҙ эшенең оҫтаһы, бик ихтирамлы кеше ул. Ауыл халҡы ла беҙҙе үҙ итте. Ауыл ҡаланан йыраҡ түгел, газ да, телефон да үткəрҙелəр. Рəхмəт район етəкселəренə, Бахмут ауыл хакимиəте етəкселəренə. Ул ваҡытта район етəксеһе булып эшлəгəн Ҡотлоəхмəтов Əхəт Йəүҙəт улына.

Рəйсə ИСКƏНДƏРОВА, Күмертау ҡалаһы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас