Хаттар
11 Октября 2021, 04:49

Ҡулдарынан бал тама

Шәбағыш биләмәһенең "Сулпан" мәктәпкәсә йәштәге белем биреү усағы уңышлы эшләп килә. Тәрбиә үҙәген бик күп йылдар етәкләгән Рәмилә Ғәлләм ҡыҙы Бәширова профессионал коллектив туплап, белем усағының материал-техник базаһын нығытып, балаларҙың аҡыл һәм физик үҫешен үҫтереп, уларҙы район кимәленә күтәреүгә ирешкән шәхес. Бында һәр бер хеҙмәткәр ҙур яуаплылыҡ тойоп, эште яратып, еренә еткереп башҡара.

Ҡулдарынан бал тамаҠулдарынан бал тама
Ҡулдарынан бал тама

Уртаҡ мөхәббәттән донъяға килгән ҡыҙҙары Альфира менән Альмираға юғары һәм махсус белем биреп, никах һәм туй йолаларын башҡарып, ҙур тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Балаларының уңыштарына һөйөнөп, дүрт ейән-ейәнсәренә ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итеп, етеш тормошта йәшәйҙәр. "Илебеҙ генә тыныс, имен булһын",-тип теләйҙәр улар. Амин, шулай булһын да.
Рафиҡ ӘМИНЕВ
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас