Хаттар
4 Ноября 2021, 05:54

Ашыҡҡан хат

Халыҡ беҙҙең барыбер мәрхәмәтле. Рәхмәтле. Кинйәабыҙ ауылында түшәлә башлаған асфальтҡа бәйле күпме ғауға булды, ә халыҡ, бер нимәгә ҡарамаҫтан, ошоға ла шат. 

Ашыҡҡан хатАшыҡҡан хат
Ашыҡҡан хат
Кисә беҙгә бер хат килергә тейеш ине, яҙылып бөткән, фото йәбештерелгән. Кинйәабыҙҙан, рәхмәт хаты. Асфальт түшәүселәргә, башҡаһына ҙур рәхмәттәр әйтеп яҙылған хат. Ауыл бәләкәй, абзыйҙың хат яҙғанын белеп ҡалғандар (үҙе лә өндәшкәндер) һәм туҡтатҡандар - ашыҡма әле, күрмәйһеңме асфальттың сифатын, төҙәтһендәр, эшләп бөтһөндәр шунан, әйҙә, яҙ. 
Хаттарҙың һуңлағаны була, уларҙың ашыҡҡаны ла була икән. 
Был хат киләһе аҙнала килеп етер һәм баҫылыр - иң мөһиме, асфальт һалыусылар эшен әҙәмсә итеп эш итеп бөтһөн. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас