

Мин үҙем һәр номерын көтөп алам, Малик Ильясов, Айгөл Халикова, Гөлнур Хөсәйенованың яҙмаларын тыныс ҡына уҡып булмай. Улар бик матур итеп, районда булған хәлдәрҙе түкмәй-сәсмәй яҙалар. Тел оҫталары тип әйтергә лә була уларҙы.
Малик Ильясов яҙған статьяларҙы ике тапҡыр уҡып сығам, сөнки ул яҙмаларында күп халыҡ мәҡәлдәрен, әйтемдәрен ҡуллана. Мин ул яҙмаларҙы тыныс ҡына уҡый алмайым, бер рәхәтләнеп көлөп алам, йөрәккә ял булып ҡала. Ҡайһы ваҡыт уйланып ултырырға тура килә, бик дөрөҫ, тура һүҙле: "Тураһын әйткән туғанына ярамаған"-тигәндәй, "Һаҡ булғанды аллам һаҡлармын", тигән.
Юшатыр гәзите аша район яңылыҡтарын яҙып тораһығыҙ, күп кешеләргә ярҙам итәһегеҙ.
1 октябрь көнө һеҙгә шылтыратып ярҙам һорарға булдым. 10 минут та үтмәне, улар миңә килеп тә еттеләр. Мине ололар көнө ҡотлап, күстәнәстәр бирҙеләр. Ысын күңелдән Юшатыр гәзите аша редакцияла эшләгәндәргә ҙур рәхмәттәремде еткергем килә. Алдағы эштәрендә, тормоштарында ҙур уңыштарға ирешеп, иҫәнлектә-һаулыҡта, ғаилә бәхетенә күмелеп йәшәргә Аллам ярҙамдарын бирһен.
Кинийә Смаҡова, Күмертау ҡалаһы