Хаттар
18 Ноября 2021, 12:33

Бергә йылынайыҡ

Бөгөн 4 хат килгән. Хат яҙыуы хәҙерге көндә ауыр һөнәр - дәфтәргә яҙ, конверт һатып ал, эсендә теге битте тыҡ, йәбештер, йәшниккә төшөр, барып етәме тип борсол. Бик теләһәң, етә икән. Бөгөн, бына, дүртәү килгән, кемгә нисектер, бындай ҡағыҙ хаттарҙа яҙған кешенең йылыһы ла беҙгә килеп етә һымаҡ, күңелгә яҡындар, тереләр. 

Бергә йылынайыҡБергә йылынайыҡ
Бергә йылынайыҡ

"Хөрмәтле "Юшатыр" газеты редакцияһы!
Мин, Яҡупов Малик, 1953 йылғы. Юшатыр гәзитен бик яратып уҡыйым. Күп йылдар алдырабыҙ инде, һәр килгән почтаны көтөп алабыҙ. Бик матур, фәһем алырлыҡ статьялар сыға, бар яңылыҡтарҙы ла һеҙҙән уҡып, ишетеп торабыҙ.
Редакцияла эшләгән хеҙмәткәрҙәргә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар теләп, ҙур-ҙур рәхмәттәр әйтәм.
Иҫән-һау булығыҙ. Күп йылдар квитанциямды ебәреп торам, бәлки мин дә берәр бүләк отормон, тип уйлайым".
Рәхмәт, дуҫтар, фекерҙәштәр. Күңел усағыбыҙға һүнергә ирек бирмәйһегеҙ, беҙ ҙә был усаҡта күптәрҙе йылытырға тырышырбыҙ. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас