

Рәми ағай ҙа интернатта бик йыш була, шул саҡтарҙа үҙе уҡыған осорҙа уҡ эш башлаған әҙәбиәт түңәрәге менән дә ҡыҙыҡһына ине. Уның менән һуңғы оҙайлы осрашыуым 1977 йылдың ноябрь башында булды. Мин мәктәп йомошо менән көҙгө каникул осоронда Өфөгә барғайным, ҡайтырға билет алырға тип тимер юл вокзалында кассаға сират көткәндә Рәми Ғәрипов менән Тимер Йосопов яныма килеп, Тимергә лә билет ал әле, тип үтенделәр. Тимер Йосопов, иҫемдән сыҡҡан, ҡайҙалыр командировкаға китеп бара ине. Тимерҙе оҙатҡандан һуң минең Күмертау поезы киткәнсе (ул төнгө 1-ҙә генә) Рәми ағай менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Уртаҡ таныштар, уртаҡ фекерҙәр күп булды. Ҡыҙғанысҡа, был осрашыу һуңғыһы булды, ярты йылдан уның үлеме тураһында ишетелде.
Йәмил ЧУРИН, Көйөргәҙе ауылы
Хәтирә тулы килеш гәзиттә баҫылды.