Хаттар
2 Декабря 2021, 04:58

«Тоҙ шахтаһы-беҙҙең хыял»

"Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы республикала бойомға ашырылған бик үҙенсәлекле проект булып тора. Ошо программала ҡатнашып беҙҙең 30 һанлы “Торнаҡай” балалар баҡсаһында тоҙ шахтаһы эшен ойоштороу беҙҙең ҙур хыял. Тоҙ шахтаһы бик шифалы, яҡшы һауыҡтыру көсө менән бик популяр.

«Тоҙ шахтаһы-беҙҙең хыял»«Тоҙ шахтаһы-беҙҙең хыял»
«Тоҙ шахтаһы-беҙҙең хыял»

Махсус ҡоролма менән йыһазландырылған бүлмәнең иҙәне, түшәме, стеналары тоҙҙан тора. Был бүлмәлә бер курс үтеү диңгеҙ һауаһын алмаштырыуға тиң. Процедура тын юлдарын, астма, бронхит һәм башҡа күп ауырыуҙарҙы дауалау мөмкинлеген бирә.

Ошо дөйөм хыялды тормошҡа ашырыуҙа балалар баҡсаһының күршеләре, тирә-яҡ йорт халҡы ла беҙгә ярҙам итергә теләк белдерҙе. Балалар « Беҙҙең тоҙ шахтаһы» тигән темаға һүрәттәр төшөрҙө, ә тәрбиәселәр күргәҙмә ойошторҙо. Тағы ла үҙенсәлекле флешмоб, таҡмаҡтар менән таң ҡалдырҙылар.

Әлегә был беҙҙең хыял ғына. Алда –ойоштороу эштәре. Әммә ләкин был сарала ҡатнашыусылар өмөттәр өҙмәй, « Тоҙ шахтаһы була!” тигән ышаныс менән йәшәй.

30 һанлы “Торнаҡай” балалар баҡсаһы педагогтары, Кумертау ҡалаһы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас