Все новости
Хаттар
6 Декабря 2021, 16:02

Асыу ҡабарыуы

- Бөгөн беҙгә - Иҫке Отрадаға флюорография килде. Хәтәр ҡыуандыҡ был хәлгә, беренсегә килә лә ул, башҡа ерҙәргә йөрөй, Иҫке Отраданы онота инеләр. Шулай булғастын, халыҡ күп йыйылды, бындай хәл тағын ҡасан була әле. Йыйылышып, сисенергә лә үпкәне күрһәтергә тип кенә әҙерләнеп торһаҡ.... Күрһәттең! Машиналары эшләмәй. Беҙгә боҙоҡ машина ебәргәндәр. Асыуҙар ҡабарҙы, медсестра һымаҡ бер ҡыҙға өндәшһәк:

Асыу ҡабарыуы
Асыу ҡабарыуы
- Был боҙолорға йөрөй ине шул, әлегә түҙер тип уйлағайныҡ, - тип үҙе лә аптырап тора. 
Ниңә беҙҙе мыҫҡыл итергә булдылармы шулай итеп? 
Бер башлағас, йәнә бер һүҙ: ниңә редакторығыҙ кәрәк-кәрәкмәгән кешеләргә барып сәй эсеп йөрөй, беҙгә килһә лә эсерәбеҙ уны. Фәлән Төгәнов менән интервью була ти, етмәһә, бына шуның интервьюһы баҫылып сыҡҡансы, гәзитте алдырмай торабыҙ. Районды бөтөргән кеше менә ниндәй интервью ул ти тағын? 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: