Все новости
Хаттар
6 Декабря 2021, 14:55

Теләһә нәмә эшләгеҙ

Бер юлы 8 хат. Хаттарҙы почтальон беҙгә керетмәй, яҙылыу бүлеге тигән ергә индерә, унда беҙҙең кеше ултырмай. Әле тотоп ингән. - Бына, квитанция ебәргәндәрҙер, моғайын. Конверт эсенә һалынған хаттар алыу бөтөп барған күренеш, шуға төрттөрә - кем һеҙгә хат яҙып маташһын.

Теләһә нәмә эшләгеҙ
Теләһә нәмә эшләгеҙ
- Әйҙә, бәхәсләшәбеҙ, әгәр ҙә квитанция ғына булмай, араһында хаттар ҙа булһа, һинән - мәгәрис. Тышынан ҡара, квитанция шулай ҡалын буламы, ә бынау Федоровка районынан килгәне лә квитанция һалып ебәргәнме, уларҙа үҙҙәренең гәзите бар - зитҡа тейҙе был. 
Икеләнеп ҡалды. Ахырҙа, ҡул һелтәп сығып китте -  теләһә нәмә эшләгеҙ. Миңә тип хат яҙғандар юҡ, ундайҙар анау заманда уҡ ятып ҡалды. 
Эшләйбеҙ - хаттарҙы баҫабыҙ, квитанцияларҙы уйнатабыҙ.  
 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: