Хаттар
14 Декабрь 2021, 09:39

Бәләкәс дизайнер

Йыл һайын Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса ярзамсыһы Алексей Плешаков ауыл хужалығы эшсәндәре көнөнә бағышлап һүрәттәр буйынса райондың бөтә мәктәп балалары араһында конкурс иғлан итә. 

Бәләкәс дизайнерБәләкәс дизайнер
Бәләкәс дизайнер

Иң-иңдәренә үҙе, һәр мәктәпкә килеп, бүләктәр бирә, бергә фотоға төшә. Балаларға шул тиклем оҡшай был конкурс, күптәр ҡатнаша. А. Плешаков үҙе лә кеселекле, кешелекле түрә, шуғалырмы кескәйҙәр уны яҡын күрә. Минең Камилла ейәнсәрем дә ҡатнашты был бәйгелә. Уға ни бары 6 йәш кенә тулды октябрзә. Вадимдың улымдың бәләкәй ҡыҙы.

Дизайнер Камилла Вадимовна, шәп рәссам булғас, Яңы йылға ҡартатай менән ҡәрсәйгә лә бүләктәр яһап бирҙе. Рәхмәт, балаҡай, беҙҙе бәхетле иттең, үҙең дә бәхетле, тәүфиҡлы булып үҫ.
Сания Ҡузбаева, Аллабирҙе ауылы.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас