

Эштәр идарасыһының эш сәғәттәренең графигы бик ҡыҫынҡы, сөнки төрлө һорауҙар, проблемалар менән мөрәжәғәт итеүселәр бик күп. Улар араһында төрлө характерлы, тәрбиәле, мәҙәниәткә эйә булған төрлө быуын кешеләре. Гөлназ Наил ҡыҙы уларҙы һәр саҡ яҡты йөҙ, наҙлы, кәрәкле һүҙҙәр табып йылмайып ҡаршы ала һәм кәрәкле кәңәштәр биреп оҙата. Позитив характерлы, кешелекле, изгелекле булғаны өсөн ауылдаштары, уға мөрәжәғәт иткән, аралашҡан кешеләр, коллегалары Ләйсән Камалетдинова менән Рита Ишморатова: "Йөҙҙәренән нурҙар һибелә, уның менән аралашҡандан һуң күңелдәр күтәрелеп, донъялар яҡтырып китә", - тиҙәр.
Гөлназ Раимова - балалары Наҙгөл менән Фәнзилдең яратҡан әсәләре, Флүрҙең яратҡан тормош иптәше, барлыҡ туғандарының ғорурлығы. Буш ваҡыттарында ул ҡул эштәре, йорт эштәре менән шөғөлләнә.
Рафиҡ ӘМИНОВ, Шәбағыш ауылы хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе.
Хат тулы килеш гәзиттә, үткән һанда, баҫылды.