Хаттар
5 Января 2022, 04:53

Федоровканан сәләм!

Һаумыһығыҙ редакция хеҙмәткәрҙәре һәм Малик туған! Һеҙгә Федоровка районы, Юлдаш ауылынан Рәдифә апайығыҙ яҙа.Мин үҙем һеҙҙең яҡташығыҙ, Таймаҫ ауылы ҡыҙымын, Юлдаш ауылы киленемен.

Федоровканан сәләм!Федоровканан сәләм!
Федоровканан сәләм!

1973 йылда килен булып төштөм, шунан бирле ошо ауылда йәшәп ятам, Аллаға шөкөр.
Тормош иптәшем менән бергә биш бала, 4 ул, 1 ҡыҙ, үҫтерҙек. Балаларҙың өсәүе Өфөлә, икәүһе Салауат ҡалаһында йәшәйҙәр. Бөгөнгө көндә балаларымдың изгелектәрен, ҡыуаныстарын күреп йәшәп ятабыҙ.
Быйыл йәй, күп булмаһаҡ та, тиҫтерҙәр менән осрашыу ойошторған инек, шунда иптәштәрем: "Шиғырҙарыңды нишәп гәзиттә баҫтырмайһың?"- тигәс, ижад емештәремде тап һеҙгә ебәрергә булдым. Малик туған, әгәр мөмкин булһа "Юшатыр" биттәрендә сыҡһа бик шат, бик рәхмәтле булыр инем. Яҙмаларым күп ул минең, әгәр оҡшаһа, тағы ла ебәрер инем. 

Рәхмәтлемен
Рәхмәтлемен Раббыма,
Мине тыуҙырған өсөн.
Ошо матур донъяларҙа
Йәшәгәндәрем өсөн.
Бала сағым матур үтте,
Ата-әсәй ҡосағында.
Улар бер ул, өс ҡыҙҙарын,
Үҫтерҙеләр ҡәҙерҙә.
Ел-ямғырҙар тейҙермәйсә,
Әрләмәй, йәберләмәйсә.
Яҡшы кәңәштәрен биреп,
Бәлиғ йәшкә еткерҙеләр.
Хәҙер инде беҙ үҙебеҙ,
Ата-әсәй булғанбыҙ.
Донъя ҡороп, өйҙәр һалып,
Шөкөр, йәшәп ятабыҙ.
Беҙҙе бик ҡыуандырып,
Балалар ҙа үҫтеләр.
Таралашып төрлө ерҙә,
Ояларын ҡорҙолар.
Ейән-ейәнсәрҙәр үҫә,
Был бит үҙе ҙур бәхет.
Олатай-өләсәй булып,
Ултырабыҙ ҡыуанып.
Иҫән генә булһындар,
Балаларым, ейәндәрем,
Улар өсөн янып-көйөп,
Үтә ғүмеркәйҙәрем.

Иманлы булайыҡ
Аллаһтың барлығына,
Берлегенә ышанып,
Рәхмәтле лә булып Уға,
Йәшәһә ине халҡым.
Беҙ бит Уның бәндәләре,
Баҫайыҡсы намаҙға.
Уның ҡушҡандарын үтәп,
Табынайыҡ Аллаһҡа.
Тыйылайыҡ тыйғанынан,
Уҡыйыҡ беҙ Көръәнде.
Уның рәхмәттәрен алып,
Көтәйек донъяларҙы.
Көръәндең кеүәте ҙур,
Янғында ла янмай ул.
Беҙҙе лә ул һаҡлар әле,
Бәлә-ҡаҙа ҡайғынан.
Ул күп нәмәгә эйә,
Өйрәтә барыһына ла.
Иманға һәм сабырлыҡҡа,
Дөрөҫлөккә, тәртипкә.
Доғалы булһаҡ бөтәбеҙ,
Йәшәрбеҙ тыныслыҡта,
Иманлы балалар үҫер,
Көръәнле өйөбөҙҙә.
Аллаһтың һауаптарын
Алырбыҙ барыбыҙ ҙа.
Рәдифә ЮЛДАШБАЕВА, Федоровка районы, Юлдаш ауылы

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас