

Мин һеҙгə ошо мəҡəлəмде яҙырға булдым. Эй ваҡыт, ғүмер тигəнең бик тə тиҙ үтə икəн. Əле генə йəй, көҙ айҙары ла үтеп китте, ап-аҡ ҡарҙар яуып, Яңы йылға ла аяҡ баҫтыҡ. Һəр миҙгелдең үҙ матурлығы, үҙ күренештəре бар. 2021 йылда июнь аҙаҡтарында Республикабыҙҙа ойошторолған «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» тигəн проект буйынса 1 көнлөк сəйəхəттə йөрөп ҡайттыҡ. Барлығы 18 хаҡлы ялдағы кеше ине, таныштар булыуы ла һөйөндөрҙө. «Торатау»ҙы күреп ҡайтырға насип булды беҙгə. Экскурсия ойоштоған Гусева Аленаға рəхмəтлебеҙ.
Сəйəхəттəн йөрөп ҡайтҡас, күңелемдə ниндəйҙер бер шомлоҡ урынлашты. Элекке кеүек көтөү-көтөү һыйыр малдары ла күренмəй. Күңелемə ошо шиғыр юлдары инде:
Иртəнсəк тороп тышҡа сыҡһам
Ни ғəлəмəт, ни булған?
Уралым тулы мал-тыуар
Ҡайҙан килгəндəр былар?
Оло һыйыр гармун тарта,
Һарыҡтар сəпəкəй итə,
Урлы-ҡырлы һикереп
Кəзəлəр төшкəн бейергə.
Ерəн ҡашҡа бейə ҡарап тора
Ҡолонсағын эйəртеп.
Ер һелкетеп, саң туҙҙырып
Йылҡы малдары килə.
Аптырап ҡарап торамын
Аңламайым бер нəмə,
Əйтегеҙсе, малҡайҙарым,
Ни булды һуң бөгөн һеҙгə?
Оло һыйыр бер аҙ башын аҫҡа эйеп
Күҙҙҙəренəн йəштəр күренде.
Минең биргəн һорауыма
Ул былай яуап бирҙе:
Беҙ йəшəгəн бынамын тигəн
Һарай-ҡураларҙы
Емереп тə-ватып бөттөлəр,
Бер кемгə, бер нəмə кəрəк түгел
Беҙгə ни эшлəргə? Ҡайҙа йəшəргə тейеш?
Йыйылдыҡ беҙ оло ҡорға
Һау бул! - тиергə ауылға
Һəм һауынсылар менəн хушлашырға,
Əҙерəк үҙебеҙҙең дə күңелебеҙҙе асырға.
Хəҙер заманаһы шулай
Эшҡыуарҙар күбəйҙе,
Ике, өс һыйыр тотоп
Кем туйҙырыр халыҡты?
Һеҙ , ҡарт-ҡоролар, ағинəйҙəр,
Ауыл утын һүндермəйсə,
Йəшəгеҙ ҙə əле йəшəгеҙ.
Рəхмəтлемен һəүкəшкəйем
Телəгəн телəктəреңə.
Беҙҙə бит мəңгелек түгел
Беҙҙе-ҡарт ҡороларҙы
Алмаштырырға йəштəр,
йəш быуындар кəрəк
Уларға йəшəү өсөн, балалар үҫтереү өсөн
Эш урындары кəрəк.
Ең һыҙғанып, дəртлəнеп эшлəгəн өсөн
Достойный зарплатаһы булыу кəрəк.
Эйе, шулай тормош дауам итə. Эшҡыуарҙар булһын, һəр кемдең ҡулынан килə икəн. Бынамын тигəн алтын ҡуллы ир-егеттəребеҙ, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар.
Коллектив менəн эшлəй торған эш урындары ла булһын. Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған ике кооператив хужалығы Киров менəн «Искра» эшлəп килə. Ошо хужалыҡтарҙы алып барған етəкселəргə Рəмил Ғиниəт улы Мостафинға, Дамир Таһир улы Байгилдинға иҫəнлек-һаулыҡ, ғаилə бəхете, эштəрендə уңыштар һəм дə хужалыҡтарҙа эшлəүселəргə, ауыл эшсəндəренə, эшҡыуарҙарға ҡала халҡын ашау-эсеү өсөн ризыҡтарығыҙ менəн тəьмин итеп торғанығыҙ өсөн рəхмəттəр еткерəм.
Сəлəм менəн Рəйсə ИСКƏНДƏРОВА, Күмертау ҡалаһы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.