Все новости
Хаттар
7 Февраля 2022, 15:47

Ҡумырыҡта балыҡ тотоу

Был хәл Аҡһары ауылында беҙҙең бала саҡта булды.

Ҡумырыҡта балыҡ тотоу
Ҡумырыҡта балыҡ тотоу

Был хәл Аҡһары ауылында беҙҙең бала саҡта булды.
Күршелә генә йәшәгән Тәлғәт ағай, балыҡ тоторға барырға саҡырҙы. ул заманда балыҡ тотоу ял итеү, ваҡыт уҙғарыу түгел, ә йәшәү ысулы ине, сөнки һуғыштан һуңғы (1950-1955) ауыр йылдар. Нур ағайҙың да, Тәлғәт ағайҙың да атайҙары юҡ, һуғыштан ҡайта алмағандар, әсәйҙәр эштә, трудоденгә генә эшләйҙәр, ә ашарға кәрәк. Тәбиғи мин шатланып риза булдым. Үҙебеҙ йәшәгән ерҙән 150-200 метр самалы ғына урында Туғыҙтимер йылғаһы аға, уның төнъяҡҡа боролған урынына барҙыҡ.
Балыҡ тотоу ысулы Ҡумырыҡта ҡамалау ине. Яҙғы һыу ташҡан ваҡытта, бигерәк йылға боролошонда 3-4 метр бейеклектәге яр киҫәк-киҫәк булып ишелеп йылғаға төшә, ә ташҡын үтеп, йылғалар үҙ кимәленә ҡайтҡас, йәйге эҫелә шул киҫәктәр ҡыуышы эсенә эре генә балыҡтар инеп ял итәләр инде. Ошо киҫәктәр ҡыуышлығын беҙҙең яҡта "ҡумырыҡ" тип атайҙар. Бер нисә ҡумырыҡты ҡуш ҡуллап "ҡамап" тикшергәс, арыу ғына ҡушбаш балыҡтарҙы эләктерҙе Тәлғәт ағай. Мин йылғаның икенсе һай яғында кәрзиндә балыҡ ҡарауыллайым. Оятһыҙ ҡара ҡарғалар ҙа беҙгә лә өлөш сыҡмаҫмы икән тип беҙҙең тирәлә әйләнәләр.

Рәйес ИШМӨХӘМӘТОВ, хеҙмәт ветераны, Иҫке Отрада ауылы

Рәйес абзыйҙың хаты йома һанында сыҡты. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: