Все новости
Хаттар
11 Февраля 2022, 16:34

Эсергә вакыттары юҡ

Һаумыһығыҙ, Юшатырҙар !!!Мин республика кимәлендә үткәрелгән "Айыҡ ауыл " конкурстарына ыңғай ҡараштамын. 

Эсергә вакыттары юҡ
Эсергә вакыттары юҡ

Замана талабымы...сөнки "Ҡайҙа эскелек - шунда тәртипһеҙлек". Район кимәлендә айыҡ ауыл конкурсында ауылыбыҙ Яҡшымбәттең еңеү яулауына берҙә аптырарлыҡ түгел. Ауылыбыҙҙың төҙөк, матур, нурлы йөҙөнән күренеп тора - Айыҡ ауыл икәнлеге. ( Эскән кешенең йөҙө -эсмәгән кешенең йөҙө менән сағыштырғанда) Эскәндәр эсеп үлеп бөттөләр инде... Беҙҙең ауыл халҡының эсергә вакыттары юҡ, ауылыбыҙҙа эш урындары бар, малыбыҙ бар, еребеҙ бар, барлыҡ социаль объекттар эшләй, эш ҡәҙерен белгәндәргә, ауыл халҡы эш менән мәшғүл, ҡыш миҙгелендә малсылыҡта, яҙ,йәй,көҙ миҙгелдәрендә ҡара таңдан ҡара төнгә тиклем ялан-ҡырҙар буйлап эш менән ҡайнайҙар..."Эш булғас - ашта бар", "Барлыҡ яраштыра - юҡлыҡ талаштыра"-тиган әйтеп бар бит халыҡта. Ауылыбыҙҙа иманлы ,айлыҡ аҡыллы,эшсәң, уңған, тәртипле кешеләр тырышып эшләйҙәр ҙә заманса матур ,барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған йорттарҙа күңелле йәшәйҙәр ҙә. Тик, ваҡытында, хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тейешле хеҙмәт хаҡы ғына булһын. Хөкүмәтебеҙ экономияһын хеҙмәтсенең хеҙмәт хаҡы менән нығытмаһын ине...!?
Артабан дә ауылыбыҙ йәшәһен, йәшәрһен, халҡыбыҙ кәмемәһен, артһын ғына, йәш ғәиләләргә күберәк ихтибар бүленһен. Киләсәк үҫмер быуын, йәштәр менән күберәк эшләр кәрәктер тип уйлайым. Тәбиғәте беҙҙе һаҡлаһаҡ, бысратмаһаҡ ине, һауабыҙ таҙа булһын, һыуҙарыбыҙ ҡоромаһын, ерҙәребеҙ дөрөҫ эшкәртелеп мул таҙа уңыштар бирһен..
Артабан республика кимәленә үтеп, районыбыҙ данын яҡлаусы Яҡшымбәт ауылыбыҙ халҡына берҙәм булып, сабырлыҡтар, тырышлыҡтар, ҙур уңыштар менән еңеү яулап грант алырға насип булһын! 

Рәйлә АҠҺАРОВА, Яҡшымбәт ауылы. 

Был теманың дауамы - киләһе һанда. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: