Все новости
Хаттар
27 Февраля 2022, 13:02

АУЫЛДАР УРЫНЫНДА – МӘРМӘР ҺӘЙКӘЛДӘРМЕ?!

Ҡусты тейеш кешемә, ауылға, хәл белергә барғайным. Мәктәптә директор булып эшләй. Килен дә уҡытыусы. Быларҙың ишек алдында бер мал-тыуар, ҡош-ҡорт күренмәй. 

АУЫЛДАР УРЫНЫНДА – МӘРМӘР ҺӘЙКӘЛДӘРМЕ?!
АУЫЛДАР УРЫНЫНДА – МӘРМӘР ҺӘЙКӘЛДӘРМЕ?!

Нишләп тауыҡ булһа ла тотмайһың, тигәйнем, абызый, мин ҡат-ҡат ултырып иҫәпләп ҡараным, шәхси хужалыҡта һыйыр малы, ҡош-ҡорт аҫырау үҙен бөтөнләй аҡламай, һатып алып ашағаның һәйбәтерәк, ә бына баҡса ултыртам, картуф, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәм, тине. Тәүҙә уның был яуабы менән ризалашманым, елкәһе юҡ, тип уйланым. Йәшәй-йәшәй, ауыл кешеләре менән әңгәмәләшә, күҙәтеп йөрөй торғас, ҡустының хаҡлы икәненә төшөндөм. Ауылда хәҙер мал-тыуарға йәбешеп ятҡан ололар ғына ҡалып бара. Йәштәрҙе тыуған ауылдарында ҡалдырырлыҡ бер ниндәй ҙә социаль-иҡтисади ерлек, стимул юҡ. Шуға эш артынан ситкә юлланырға мәжбүрҙәр. Уларҙың күпселеге ата-әсәһенә ҡайтып ярҙам итешеүҙән уҙа алмай. Бер ауылдаш апай шулай тип һөйләп торҙо:
– Малды бесән менән генә аҫрап булмай, туғаным, фуражы ла кәрәк, ҡош-ҡортҡа ем һатып алырға ла кәрәк, хаҡтар көн дә арта, ә зарплата менән пенсия бер урында тапана ла тапана, халыҡтан һөт йыялар, хаҡы ташҡа үлсәйем, ә магазинға алып килгән порошок һөтө унлата ҡиммәт.
Әллә нимә тиһәк тә, ауылдар яйлап бөтөүгә бара. Тағы бер ҡырҡ-илле йылдан киләсәк быуындарыбыҙға, был урында шул ауыл булған, теге урында шул ауыл бар ине, тигән яҙыулы мәрмәр таштарҙы, стеллаларҙы күрергә яҙмаһын ине. Ауылдарыбыҙға кем ҡасан яңы һулыш өрөр икән?
Тәлғәт ШАҺМАНОВ, Күмертау ҡалаһы. 

Фотоларҙа: Көйөргәҙе районы күренештәре. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: