Иң мөһиме – иҫкәртеү
Бөтә Рәсәй сиктәрендә уҙғарылған «Хәбәр ит, үлем менән ҡайҙа һатыу итәләр!» акцияһында Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе урта дөйөм белем биреү мәктәбе лә әүзем ҡатнаша. Райондың полиция майоры бәлиғ булмаған балалар эше буйынса инспектор Галина Александровна Степанюк йыл һайын район мәктәптәрендә профилактик әңгәмә үткәрә. Наркотик, наркоман, эскеселек мәсьәләләренә уҡыусылар менән бәхәс ҡора. Яуаплылыҡ, гражданлыҡ вазифаларын үтәү кеүек һорауҙар ҙа күтәрелә осрашыу мәлендә. Енәйәтсене ниндәй киләсәк көткәнен дә балалар аңына еткерергә тырыша Степанюк.
Ырымбур өлкәһендәге «Төнгө закон»ды иҫтәренә төшөрәләр. Киске 10-дан һуң бәлиғ булмағандар яңғыҙ урамда, йәмғиәт урындарында йөрөргә тейеш түгеллеге хаҡында мәктәп уҡыусылары ла уларҙың ата-әсәләре лә яҡшы белә. Тәмәке менән шаярыусылар Аллабирҙе мәктәбендә осрамай, шулай ҙа бының яуаплылығы хаҡында ла һүҙ әйтелә.
Ата-әсәләр менән айырым осрашып полиция майоры уларҙың бала тәрбиәләүҙәге хоҡуҡтары һәм бурыстары хаҡында диалог ойоштора.
Бындай фәһемле осрашыуҙар мәктәп уҡытыусыларына тәрбиә эшендә баһалап бөткөһөҙ ярҙам. Класс сәғәттәрендә синыф етәкселәре был осрашыуға уҡыусылары менән ҡабаттан, яңынан әйләнеп ҡайталар. Законды белмәү – яуаплылыҡтан азат итмәй, ваҡытында иҫкәртеү, аңлатыу һөҙөмтәһеҙ үтмәй. Аңлы ата-әсәләр мәктәп, уҡытыусы менән ҡулға ҡул тотоношоп күҙ нурҙарын тәрбиәләһә, матур киләсәк үҫәсәк!
« Батырҙар беҙҙең арала йәшәй »
Март айында Төйлөгән районы мәктәптәрендә батырлыҡ дәрестәре үтә. Аллабирҙе мәктәбе лә саранан ситтә ҡалмай. 2016 йылда Ватан алдындағы бурысын Серияла үтәгән өлкән лейтенант, Төйлөгән районы Городки ауылы егете Рәсәй Геройы Прохоренко Александр Александровичтың фажиғәле үлеме бөтә илде тетрәтте. «Утты үҙемә саҡырам!» «Огонь вызываю на себя!» приказын талап иткән Александр ҡамауҙа ҡалғас, дошман ҡулына төшмәҫ өсөн ошо аҙымды яһай. Пальмиро...
Ҡаһарман яҡташтары хаҡында шиғырҙар уҡыла,уның ҡыҫҡа ғына тормош юлына байҡау яһала.Бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алалар.
Батыр улын онотмайҙар тыуған илендә. Прохоренко иҫтәлегенә асыҡ ирекле көрәш турниры бөтә Ырымбур өлкәһе һәм Федераль Волга буйы округы спортсыларын йыя. Был турнирҙа Аллабирҙе егеттәре лә ҡатнаша.
Тыуған ауылы мәктәбе Прохоренко исемен йөрөтә, мәктәптә батыр иҫтәлегенә музей асыла, мәктәп алдындағы өлкән лейтенант бюсы сәскәләрәг күмелгән.
Городкиҙағы музей ишектәре бар кеше өсөн асыҡ, Аллабирҙе мәктәбе уҡыусылары ла музейҙа Александрҙы хәтерләткән изге ҡоматрҡыларға ниндәй һаҡсыл, йылы, ҡәҙерле ҡараш йәшәүен музей асылған көндә үк үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайттылар.
Быйыл да Городки музейында онлайн форматта Городкиҙың ҡаһарман улына матур сара уҙҙы. Сарала лейтенанттың ата-әсәһе Александр Васильевич һәм Наталья Леонидовна Прохоренко, Афганистан и Төньяҡ Кавказда һуғыштарында ҡатнашҡан Парфенов П.А., отставкалағы полиция подполковниғы Коржов В.А., райондың мәғариф белгесе, А.А.Прохоренко исемендәге Городки урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты.
Йылдар үтер, яңы быуын балалары ла батырҙарын онотмай иҫкә алырҙар.Батырҙар үлмәй, халыҡ хәтерендә мәңге йәшәйәсәк. Һуғыш уты яңынан тоҡанмаһын, һәр әсәй Ватан алдында торған бурысын үтәгән улын имен- һау ҡаршы алып, күкрәгенә ҡосоу бәхетенән мәхрүм булмаһын.
Аллабирҙе мәктәбендә шиғриәт көнө.
Март айында бөтә илдәрҙең шағирҙары һәм шиғыр яратыусылары Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләй.
Аллабирҙе урта дөйөм белем биреү мәктәбенең кескәй генә китапханаһында шиғриәт көнөнә арналған шиғри йыйынтыҡтар күргәҙмәһе ойошторолдо. Уҡыусылар яратҡан башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәрен уҡынылар. Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Нәзир ҡыҙы Күҙбаева уҡыусыларының иркен сикләмәне, һәр бала күңеленә хуш килгән шиғырҙы үҙаллы һайланы.
«Аҡбуҙат» журналы ниһәйәт каталогҡа индерелде, аллабирҙеләргә журналды почта аша алыу мөмкинселеге асылды. Ҡайһы бер уҡыусылар журналдағы шиғырҙарҙы үҙ итте. Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов, Абдулхаҡ Игебаев,Назар Нәжми әҫәрҙәрен ихлас уҡыны шиғриәт дуҫтары.
Матур күңелле, рухлы, хискә бирелеүсән уҡыусылары менән сикһеҙ ғорурлана Наилә Нәзир ҡыҙы. «Ырымбур өлкәһендә Рауил Бикбаев көндәре» сиктәрендә лә һынатманы бит шиғри йөрәкле уҡыусылары. Азалия Кузбаева менән Аида Төркмәнова Башҡортостан мәғариф министырлығының дипломы һәм матур бүләккә лайыҡ булдылар. Шундай фәһемле саралар менән балаларыбыҙҙа рух, телһөйәрлек, туған телгә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүгә ынтылыш үҫтергән, дәрт биргән Башҡортостандың мәғариф министырлығына, Гөлсөм Байрамғол ҡыҙы Дилмөхәмәтоваға рәхмәтлебеҙ.
Уңыштар, рух ташламаһын һеҙҙе, аллабирҙеләр
Сания Кузбаева ветеран уҡытыусы, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы