Все новости
Хаттар
5 Апреля 2022, 16:51

Бүләк юллайым

Хөрмәтле "Юшатыр" гәзите редакцияһы, күп кешеләрҙең ижад иткән шиғырҙарын баҫып тораһығыҙ. 

Бүләк юллайым
Бүләк юллайым

Шиғриәт һөйөүселәр өсөн был бик ҡыуаныслы, сөнки интернет селтәрендә ҡуйылғандар һыу ағымы һымаҡ аға ла китә, онотола, ә бында ҡағыҙға баҫҡан шиғырҙар иҫтәлек булып һаҡланып ҡала. Мин дә үҙемдең күңел түренән сыҡҡан шиғырҙарымды һеҙгә ебәрергә булдым. Мин Федоровка районының Юлдаш ауылында тыуып-үҫтем, яҙмыш еле Күмертау ҡалаһына алып килде. Тыуған ауылым быйыл 200 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо дата айҡанлы ҙур сара ойошторола. "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар" байрамы ла булыр тип көтөлә. Ошо байрамға мин дә “Юшатыр” гәзите аша бәләкәй генә бүләк юллайым.
Яҙмыш еле
Маңлайыма шулай яҙылғандыр,
Сит тарафта үтә ғүмерем.
Аҙашып ҡалған ҡаҙ бәпкәһе кеүек
Ят яҡтарҙа ҡалдым бер үҙем.
Был яҡтарҙы күптән үҙ итһәм дә
Күңелдәрем бында йырламай,
Ситлектәргә әгәр бикләп ҡуйһаң
Һайрар һандуғас та һайрамай.
Барлыҡ туғандарым, дуҫтар ҡайтҡан
Береһе лә ситтә ҡалмаған,
Ҡоштар ҙа бит ҡайтыр төйәк итеп
Тыуған ауылымды һайлаған.
Ауылымда ғына йырлай алам
Ҡулға алып моңло баянды,
Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, эй, дуҫтарым,
Күңелемдә моңдар уянды.
Йәш сағымда йырлап, гармун уйнап
Уҙа инем ауыл урамын,
Шул саҡтарҙы һағынып йәшем тамды
Һиҙмәгәнмен күңелем тулғанын.
Иламайыҡ әле һағышланып
Күҙҙәрҙә бит бәхет сағыла,
Хоҙай рәхмәтенән ташламаһын
Осрашырға яҙһын тағы ла.

Ауыл балаһы
Һағынып ҡайтам ауылым урамдарын,
Күңелдәрем китә нурланып.
Иңдәремде баҫҡан ҡайғы-хәсрәт,
Аҡ томандай бөтә таралып.
Барыһы ла ғәзиз йылға-тауҙар,
Шау сәскәле ялан-ҡырҙарым.
Һағыныуҙарым тулып ташҡанғалыр
Моңһоуыраҡ бөгөн йырҙарым.
Сит ерҙәрҙең йәйғоронан матур
Ауылымдың хатта туҙаны,
Мәскәү-Париждарың ары торһон
Йәмле Юлдашымдың урамы.
Матур-матур йырҙар яҙмаһам да
Насип булды шиғыр яҙырға,
Атай-әсәй иҫән түгелдәр шул
Улым, тип ҡаршы алырға.
Нисек яҙырға тип баш ватманым,
Интекмәнем эҙләп һүҙҙәрен.
Аҡ ҡағыҙға бары түгелделәр
Күңелемдәге әйтер һүҙҙәрем.
Ауылдаштар бөгөн йыйылғандар
Йәше-ҡарты, бала-сағаһы,
Барыбыҙҙы ауыл берләштерә
Беҙ бит ошо ауыл балаһы.
Бөтәһе лә мине һағынғандар
Күңелемә рәхәт, күңелле,
Һау-сәләмәт булып осрашыуҙар
Ошо үҙе бәхет түгелме?
Хаҡ Тәғәлә һаулыҡ насип итһен
Һәммәбеҙгә алға бараһы,
Кәмһенмәйем, ғорурланып әйтәм
Мин бит ябай ауыл балаһы.
Инсаф ЮЛДАШБАЕВ, Күмертау ҡалаһы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: