Все новости
Хаттар
3 Мая 2022, 14:02

Ер кешеһе

Үткəн тормош юлын һүрəтлəгəндə аҡһаҡал йыш ҡына: "Беҙ ауыл малайҙары",- тип ҡабатлай. Ергə ерегеп үҫкəнгə шулай ти ул.

Ер кешеһе
Ер кешеһе

Ауыл тормошо еңелдəн булмаһа ла, унда тыуып үҫеү - үҙе оло бəхет. Фəнүр Əхмəт улы Мөлөков та, үҙенең ер кешеһе булыуына ҡыуанып бөтə алмай: "Бəхетемде тыуған еремдə таптым",- ти ул. Фəнүр ағайҙың бер яҡшы сифаты - тыңлаусанлығы, уның килəсəк тормошон хəл итə. Бəлəкəй сағынан ни ҡушһалар, бер ҡаршылыҡһыҙ шуны үтəгəн ул. Бала көйө генə күбə тарттырған, көтөү көткəн, иген иккəн.

Фəнүр ағай ишле ғаилəлə 10-сы бала булып донъяға килə...

Ошо көндəрҙə Фəнүр ағайыбыҙ 80 йəшлек күркəм юбилейын билдəлəй. Матур байрамы менəн ҡотлап уға ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, оҙоноҙаҡ бəхетле тормошта ғүмер кисерергə насип булһын.
Нəсимə ШƏМСЕТДИНОВА, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмəткəре, Яңы Мораптал ауылы

Нәсимә апайҙың хаты тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: